Киләһе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылыу кампанияһын “Бөтә төркөм менән “Атайсал”ға!” акцияһы менән башлап ебәрҙек. Иң беренсе булып был сараға Сибай педагогия колледжы мәктәп бүлегенен 2-се курс студенттары (етәксеһе—Г.М.Шәкирова) ҡушылды. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Урында донъя күргән милли баҫмаларға яҙылыуҙы улар үҙҙәренен изге бурысы тип һанай.
–Тыуған илеңде яратаһың икән, унда баҫылған гәзит-журналдарға ла яҙылырға тейешһең, тип һанайбыҙ. Милли баҫмалар—рухи ҡиммәтебеҙ, уның биттәрендә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ, тотош йәшәйешебеҙ сағылыш таба. Беҙ Урал аръяғы һулышын тойоп йәшәр өсөн “Атайсал” төбәк гәзитенә бөтә төркөм менән, йәғни 25 кеше яҙылдыҡ. Әйҙә һеҙ ҙә матур башланғысҡа ҡушылығыҙ,—тип оран һала йәштәр.
Беҙ студенттарға афарин тибеҙ! Бөтә төркөм, класс һәм коллектив менән акцияға ҡушылығыҙ. 2023 йылға “Атайсал” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласаҡ. Тотош коллектив менән яҙылыусыларға махсус приз әҙерләйбеҙ! Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ!
Альбина Ҡудашева.
Автор фотоһы.