2022 йылдың ярты йыллығына яҙылыусылар араһында лото-уйында иң төп бүләкте отоусы Миңнур Яратова балаҫты редакциянан килеп алды.
--Иң ҡыҙығы – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ике Миңнур Яратова йәшәй. Ҡулыма “Атайсал”дың беренсе һанын алғас М.Яратова балаҫ отто тип уҡығас, нишләптер мин түгел, апһын Миңнурҙыр тип уйланым. Ул Миңнур иһә киреһенсә, мине күҙ уңында тотҡан. Баҡтиһәң, уңыш миңә йылмаған икән,--тине гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Миңнур апай.—Ҙур рәхмәт! Яңы йылға шәп бүләк булды! “Атайсал” гәзитенең киләсәктә лә тиражы артһын, уҡыусылары ишәйһен. Минең теләгем шул.
Амин, һүҙегеҙгә көс-ҡеүәт! Бер уйлаһаң, ябай ғына гәзит, ябай ғына бүләк һымаҡ. Төпкә төшһәң, был милләтте, телде һаҡлап ҡалыуға бер бәләкәй генә өлөш. Һәр кем шуны аңлаһа ине. Күптәр беҙгә мәҡәлә яҙып алып килә лә тиҙерәк сығарығыҙ инде, баҫылһа әйтегеҙ, мин һеҙҙән гәзит килеп алам, ти. Улай булмай, йәмәғәт! Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул!