Төбәк һәм республика баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу бара. Әйтергә кәрәк, элекке һымаҡ тиҫтәгә яҡын гәзит-журналға яҙылыусылар хәҙер юҡ иҫәбендә. Беренсенән, гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән оло быуын кешеләре бик әҙ генә ҡалып бара. Икенсенән, күптәр гәзит материалдарын сайттан ғына уҡый. Өсөнсөнән, баҫмаларға яҙылыу почтальондарҙың үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора.
Ҡалала йәшәгән таныштарымдың күбеһе гәзит-журнал алдырмай. «Нисек гәзитһеҙ йәшәйһегеҙ?»--тигән һорауға, улар: «Ваҡытында ала алмайбыҙ, бөтә һандар ҙа теүәл килмәй»,--ти.
Ул йәһәттән беҙҙең Төйәләҫ халҡы почтальондарҙан уңдыҡ. Пенсияға сыҡҡансы ошо эштә эшләгән Валентина Крюкованы, Лилиә Мәхмүтованы халыҡ рәхмәт менән иҫкә ала. Миңһылыу Фәйзуллинаға ла халыҡ рәхмәтле. Әле, алда эшләп киткән апайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеп, ауыл халҡын Асия Булат ҡыҙы Бикмәтова хеҙмәтләндерә. Ҡар-буранға, ямғыр, бысраҡҡа ҡарамай, гәзиттәрҙе ваҡытында үҙәк урамдарға ла, ситтә, йылға буйында, ятҡан Мәктәп урамына ла ваҡытында таратып өлгөрә. Почта бүлексәһендә көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатылыуы лә уңайлы. Асияға шылтыратып әйтһәң, ул һиңә кәрәк әйберҙе өйөңә алып килеп китә. Подписка осоронда әүҙемлек күрһәтеп, яҙылыуҙы ойоштора. Гәзиттә өгөт-нәсихәтһеҙ даими яҙылған оло йәштәге ауылдаштарына рәхмәтле Асия. Бына улар: Таңғатарова Мәҙинә, Исхакова Клара, Сафина Сәйҙә, Хәлисова Ишбикә, Миҙәтов Нурғәли, Йәнбирҙин Мотаһар, Заманова Гәүһәр...
Беҙҙең Асия һымаҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған, өлгөр почтальондар күберәк булһа, гәзиткә яҙылырға теләгәндәрҙең дә һаны артыр ине, тип уйлайым.
Асия Булат ҡыҙына артабан дә уңыштар юлдаш булһын.
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.
Төйәләҫ ауылы.