Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Июнь 2021, 14:52

Баязиттың еңел ҡулынан шәп бүләктәр.

Түбәнге Яйыҡбай ауылының берҙәм һәм тырыш халҡы республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығып 5 миллион һум аҡсаға лайыҡ булғайны. Хәҙер республика төбәктәренең һәр ауылы тиерлек Түбәнге Яйыҡбаҙарҙы миҫал итеп ҡуя һәм улар кимәленә күтәрелергә теләй. Ошо ауылдың дәррәү халҡы менән күрештек тә инде.

Хуш-еҫле сәскәләргә төрөлгән йәмле йәй айҙарында кемдар ҡайҙа ял итә? Бына “Атайсал” редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында булып тәбиғәт ҡосағында эшләп ҡайтты.
Түбәнге Яйыҡбай ауылының берҙәм һәм тырыш халҡы республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығып 5 миллион һум аҡсаға лайыҡ булғайны. Хәҙер республика төбәктәренең һәр ауылы тиерлек тап Түбәнге Яйыҡбаҙарҙы миҫал итеп ҡуя һәм улар кимәленә күтәрелергә теләй. Тап ошо ауылдың дәррәү халҡы менән күрештек тә инде.
Осрашыу ябай форматта үтмәне, ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Апай” шишмәһе янында йыйылышып, аралашып, гәзитебеҙ менән таныштырып, яҙылыу үткәрҙек. Ауыл халҡының ни тиклем ойошҡандығын тап ошондай мәлдә күреп булалыр, моғайын. Улар йәһәт кенә йыйылышып ауыл старостаһы менән эшләнәһе эштәр тураһында һөйләште, гәзитебеҙ тураһында ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, уйында ҡатнашты. Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп көлдөрөп тә алды. Яҙылыусыларыбыҙ араһында ғәҙәттәгесә “Аҙна һайын бүләк” уйынын ойоштороп приздар ҙа уйнаттыҡ. Шулай итеп, күптә вәғәҙә биргән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан З.Ғәлиндың шәхси хужалығынан ун өйрәк себешен Фирүҙә Сәхи ҡыҙы Хажина отто. Блендер Маһинур Шәрифулла ҡыҙы Хәсәноваға уйнаны. Бынан тыш Сибай институтының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе, сығышы менән ошо ауыл ҡыҙы Рәүилә Хәсәнова ауылдаштарына алып килгән приздарҙы ла уйнаттыҡ. Уйынды алып барыусы бәләкәс Баязит лототронды әйләндерә торғас арып: “Мин анаааауында барып киләм”,-тип ҡасып китте, хатта.
Бына шулай, юлыбыҙ уңып яҡшы кәйефтә ҡайтып индек. “Атайсал”ға яҙылыу ойоштороп, милли матбуғатты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Рәүилә Хәсәноваға, ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәли улы Хәсәновҡа, “Ағинәйҙәр” клубына һәм осрашыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Читайте нас: