Бөгөн сираттағы командировкала Баймаҡ районы Төркмән ауылында булдыҡ.
“Башҡортостанда башҡорт, татар, рус һәм баймаҡ милләте татыу йәшәй”, тип яҙған ти бер яҙыусы. Ысынлап та, баймаҡтарҙы айырым милләт итеп билдәләһәләр, нисек булыр ине икән? Ниндәй генә райондың кешеләре менән танышырға тура килмәне, үҙҙәренең татыу булыуҙары һәм тырышлыҡтары менән барыһынан да айырылып торған Баймаҡ районы халҡына етеүселәрҙе күргән юҡ әле.
Был юлы Төркмән ауылы халҡы дәррәү йыйылып гәзиткә яҙылыу ойошторҙо. Ауылдың йәме булған матур апай һәм ағайҙарға бүләк өләшмәйенсә лә ҡайтып булмай бит инде. Был аҙнала икенсе тапҡыр “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, шәп бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, күптән рекламалаған балсыҡ табаны икенсе тапҡыр беҙҙең уйындарҙа бүләк отоусы даланлы уҡыусыбыҙ Рәғиҙә Әхмәтшина отто. Газ плитәһе инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Аҫылбаеваға уйнаны. Кемдәргә бүләк уйнамаған - бер ҙә көймәгеҙ, тиҙ арала квитанция күсермәләрен редакцияла уйнатыласаҡ лото-уйынға ебәрә һалығыҙ!
Осрашыу ойошторғандары һәм милли матбуғатты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Төркмән урта мәктәбе директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһармановаға һәм почта бүлексәһе начальнигы Рәйсә Рафаил ҡыҙы Харрасоваға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!