Бөгөн “Атайсал” гәзите редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында булды. Ауылдың дәртле, сәмле, тырыш халҡы менән осрашыу уҙғарҙыҡ һәм гәзиткә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, спонсорҙарыбыҙ Йылайыр районындағы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо - Мәрзиә Исрафилова, Баймаҡ районы Байыш ауылындағы фермер Ғәҙел Рәхмәтуллиндан бер тоҡ ондо - Вәлимә Фәйзуллина, бер тоҡ көрпәне Гөлзифа Исрафилова отто. Күңелле осрашыу сараһына ҡушылып, Күсей ауылы биләмәһе башлығы Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов Ғәлимйән Исрафиловтың ғаиләһенә “Атайсал”ға подписка бүләк итте.
Осрашыуға килеүселәрҙең теләктәрен тыңлап, артабан эшләргә көс-дәрт алып ҡайттыҡ. Редакциябыҙ исеменән Иҫәнбәттәргә йылы ҡаршы алыуҙары һәм матур осрашыу сараһы ойошторғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!