Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Апрель 2021, 16:00

«Еңеү бүләге—«Атайсал»

9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып Йылайыр районынан биш ветеранға гәзит бүләк итеүсе Һабыр ауылы урман хужалығында үлсәү мастеры, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Салауат Латиф улы Солтанғужин ветерандарға теләктәрен еткерҙе:

«Еңеү бүләге—«Атайсал»
9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып Йылайыр районынан биш ветеранға гәзит бүләк итеүсе Һабыр ауылы урман хужалығында үлсәү мастеры, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Салауат Латиф улы Солтанғужин ветерандарға теләктәрен еткерҙе.
- Ветерандарыбыҙ һирәк кенә ҡалды. Шуға күрә уларҙың рухын, күңел көсөн, ныҡлығын тойоп, ихтирамға күмеп йәшәп өлгөрөргә кәрәк. Бала саҡтары үтә ауыр ваҡыттарҙа үткәнгәме, егет ҡорона ла инеп бөтмәй ҡулына ҡорал алып дошмандарға ҡаршы сығырға көс тапҡанғамы улар һәр атҡан таңға ҡыуанып, бөгөнгө тормошты ҡәҙерләп йәшәй. “Атайсал” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, биш ветеранға “Атайсал” гәзитенә подписка бүләк итәм. Кинәнеп уҡыһындар, дәртләнеп донъя көтһөндәр, беҙҙең менән бергә булһындар!