Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Декабрь 2020, 22:00

ГӘЗИТҺЕҘ ҠАЛА КҮРМӘГЕҘ

Йыл да тамамланыуға бара... Матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа тамамлана...Йыл да почта бүлексәләре 15 ғинуарға тиклем халыҡты ҡабул итә ине. Сөнки кеше тәүҙә гәзит-журналға яҙылыуҙы аҙаҡҡы көнгә - декабргә ҡалдыра килә, аҙаҡ иһә байрам шауҡымы менән бөтөнләй яҙылырға онота ла ҡуя инде. Бына шундайҙар өсөн подписканың 15 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылыуы уңайлы булды. Тик быйыл почта бүлексәләре был эште 26 декабрҙә үк туҡтатырға ҡарар итте. Тимәк, дуҫтар, һеҙҙең ни бары ике көн бар...Беҙ, "Атайсал" гәзите коллективы, Сибайҙа һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәрҙән подписканы 15 ғинуарға тиклем үҙ редакциябыҙҙа ҡабул итә алабыҙ. Тик ташламалы хаҡ инде бөткән була.Әгәр ошо ике көндә "Атайсал"ға яҙылабыҙ тиһәгеҙ, ярты йыл өсөн почтала 539 һум да 16 тин түләйһегеҙ, редакцияла яҙылыусылар (Сибай һәм Иҫке Сибай халҡы) 500 һум ғына түләй. Ә инде киләһе аҙнанан, алдан әйтеүебеҙсә, почта бөтөнләй ҡабул итмәй, ә редакция ғәҙәти хаҡ менән ала. Ярты йыллыҡ хаҡ - 616 һум 90 тин (индексы ПО586), бер йыллыҡ хаҡ - 1115 һум 14 тин (индексы ПО926).Ашығығыҙ! Квитанция күсермәләрен тиҙ арала электрон почтаға ебәрегеҙ. 28 декабрь Лото-уйын уҙғарыла. Әйткәндәй, Ҡыш бабай "Атайсал"ды яратып уҡый һәм уны уҡыусы башҡаларға бик матур иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: төп бүләк - балаҫ!

Йыл да тамамланыуға бара... Матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа тамамлана...Йыл да почта бүлексәләре 15 ғинуарға тиклем халыҡты ҡабул итә ине. Сөнки кеше тәүҙә гәзит-журналға яҙылыуҙы аҙаҡҡы көнгә - декабргә ҡалдыра килә, аҙаҡ иһә байрам шауҡымы менән бөтөнләй яҙылырға онота ла ҡуя инде. Бына шундайҙар өсөн подписканың 15 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылыуы уңайлы булды. Тик быйыл почта бүлексәләре был эште 26 декабрҙә үк туҡтатырға ҡарар итте. Тимәк, дуҫтар, һеҙҙең ни бары ике көн бар...
Беҙ, "Атайсал" гәзите коллективы, Сибайҙа һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәрҙән подписканы 15 ғинуарға тиклем үҙ редакциябыҙҙа ҡабул итә алабыҙ. Тик ташламалы хаҡ инде бөткән була.
Әгәр ошо ике көндә "Атайсал"ға яҙылабыҙ тиһәгеҙ, ярты йыл өсөн почтала 539 һум да 16 тин түләйһегеҙ, редакцияла яҙылыусылар (Сибай һәм Иҫке Сибай халҡы) 500 һум ғына түләй. Ә инде киләһе аҙнанан, алдан әйтеүебеҙсә, почта бөтөнләй ҡабул итмәй, ә редакция ғәҙәти хаҡ менән ала. Ярты йыллыҡ хаҡ - 616 һум 90 тин (индексы ПО586), бер йыллыҡ хаҡ - 1115 һум 14 тин (индексы ПО926).
Ашығығыҙ! Квитанция күсермәләрен тиҙ арала электрон почтаға ебәрегеҙ. 28 декабрь Лото-уйын уҙғарыла.
Әйткәндәй, Ҡыш бабай "Атайсал"ды яратып уҡый һәм уны уҡыусы башҡаларға бик матур иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: төп бүләк - балаҫ!