Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Декабрь 2020, 20:45

БҮЛӘК ҮҘ ЭЙӘҺЕН ТАПТЫ

Өс тоҡ бойҙай хужаһы булып Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Ишһылыу Лотфуллина танылды. Ул оҙаҡ йылдар “Атайсал” гәзитен алдыра һәм яратып уҡый.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Атайсал” гәзитенә киләһе йылға яҙылыусылар араһында төп бүләк—өс тоҡ бойҙай уйнатылды. Уны беҙгә Баймаҡ районының данлы игенселәр династияһын дауам итеүселәрҙең береһе—
Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике Ленин ордены кавалеры Риза Яхиндың улы Рәшит Яхин бүләк итте. Сосновка ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәшит Яхинға
редакция коллективы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да беҙҙең менән ҡалыуын теләйбеҙ.
Өс тоҡ бойҙай хужаһы булып Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Ишһылыу Лотфуллина танылды. Ул оҙаҡ йылдар “Атайсал” гәзитен алдыра һәм яратып уҡый.
—“Атайсал”дың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Башынан алып аҙағына тиклем уҡып сығам, бигерәк тә ауыл тормошона бәйле мәҡәләләр оҡшай, ауыл йүнселдәре, эшҡыуарҙары хаҡында яҙылғандарҙы уҡып “Их, үҙем саҡ ҡына йәшерәк түгелмен шул!”—тип дәртләнеп тә алам. Беҙҙең ваҡытта үҙ эшеңде асыу, нимәлер менән кәсеп итеүҙе белмәнек тә, яраманы ла. Хәҙер йәштәргә бар юлдар асыҡ: теләһәң, күпләп мал тот, кәрәкһә, үҙ эшеңде ас. Бала саҡтан китап уҡырға яратҡанғалыр, күрәһең, әҙәби әҫәрҙәрҙе һәм шиғырҙарҙы ла көтөп алам. Гәзит килһә, тормош иптәшем менән бар эште ташлап, талаша-талаша (йылмая) гәзит уҡырға тотонабыҙ,—ти еңеүсе.
Төп призды отоуы хаҡында ишеткәс, Ишһылыу Лотфуллина бик шатланған һәм ышанмаған. “Ауыл ерендә ҡош-ҡорт көткәс, өс тоҡ бойҙай көтөлмәгән бүләк кеүек булды. Рәхмәт, ”Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәренә һәм фермер Рәшит Яхинға!”—тип шатланыуын йәшермәй ул.
Әйткәндәй, 13 декабрға тиклем ташламалы хаҡ менән үҙегеҙ яратҡан гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ун көнлөгө башланды. Һәр кем үҙе теләгән гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡ менән яҙыла ала. “Атайсал”ды алдырыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә. Гәзиткә яҙылған квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәреүегеҙ кәрәк. Кем белә, бәлки икенсе юлы төп приз тап һеҙҙеке булыр!
Мәликә Шөғәйепова.