Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Апрель 2020, 14:35

ТАШЛАМАЛЫ ХАҠ МЕНӘН ЯҘЫЛ!

Өйҙән сыҡмай ғына ла гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. 30 апрелгә тиклем ташлама яһала. Сайт һәм мобиль ҡушымта навигацияһы алфавит, тема, индекс, профессиональ ҡыҙыҡһыныу буйынса тиҙ генә һеҙгә кәрәкле матбуғатты табып биреүгә һәләтле һәм был күп ваҡытты алмай. Үҙегеҙгә йә яҡындарығыҙға бүләк эшләгеҙ!Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Рәсәй Почтаһы аша матбуғат баҫмаһына яҙылыусыларға ташлама бирелә. 30 апрелгә тиклем 1700-ҙән ашыу гәзит-журналға махсус хаҡ менән яҙылып буласаҡ. Бының өсөн почта бүлексәһенә барыу ҙа кәрәкмәй: мобиль ҡушымтаны йә иһә Рәсәй Почтаһы сайтын podpiska.pochta.ru ҡулланырға мөмкин. Бик булмаһа өйөгөҙгә почтальон саҡыртығыҙ.
Акцияла ҡатнашыусы матбуғат баҫмалары айырым төҫ менән билдәләнә. Башҡортостанда йәшәүселәр республика, ҡала һәм район гәзит-журналдарына ташламалы хаҡ менән яҙылыу хоҡуғына эйә.
Сайт һәм мобиль ҡушымта навигацияһы алфавит, тема, индекс, профессиональ ҡыҙыҡһыныу буйынса тиҙ генә һеҙгә кәрәкле матбуғатты табып биреүгә һәләтле һәм был күп ваҡытты алмай. Үҙегеҙгә йә яҡындарығыҙға бүләк эшләгеҙ. Әйткәндәй, мәрхәмәтлек акцияһы ла бара. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ветерандарға уларҙың яратҡан гәзит-журналдарын яҙҙыра алаһығыҙ. Акцияға түбәндәге сайтта ҡушылырға була: podpiska.pochta.ru/derevo-dobra.