Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Ғинуар 2020, 18:10

КҮПТӘРГӘ УЛ ҮҘЕ УСАҠ ИНЕ…

Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһын быйыл кемдәр алды? Белергә теләһәгеҙ, беҙҙең сайтҡа күҙ һалығыҙ.

Матбуғат менән дуҫ булғандар өсөн Юлай Мәҡсүтов, йәғни Юлай-Юламан исемле журналистың исем яҡшы таныштыр. Сибайҙа буй еткергән, БДУ-ның филология факультетында белем алған егет “Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе булды. Мәҡәләләрендә һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә белеүе, уларҙы урын-еренә еткереп анализлап оҫта яҙыуы менән халыҡ күңелендә үткер ҡәләмле, тос фекерле журналист булараҡ урын алды. Ихлас, эскерһеҙ хәбәрсенең беҙҙең аранан иртә китеүе генә үкенесле…Нисә йылдар үтһә лә уны халыҡ онотмай…
Уны юғалтыуҙы ауыр кисергән туғандары, фекерҙәштәре ярҙамы менән Луиза Дәүләтшина етәкселегендәге ижади төркөм 2012 йылда журналистың тыуыуына 50 йыл тулыуға ҡарата “Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!” исемле йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда “Йәшлек” гәзитендә баҫылған Баймаҡ районы тураһындағы юлъяҙмалары тупланды. Ә 2013 йылда туғандарының һәм ижадташтарының ярҙамы менән Өфөлә “Матбуғат донъяһы” нәшриәтендә “Күптәргә мин үҙем усаҡ инем” исемле бик матур китап донъя күрҙе. Уның төҙөүселәре–Луиза Дәүләтшина, Гөлсәриә Әбилева, Тәнзилә Үлмәҫбаева. Китапты сығарыу һәм баҫтырыу мәшәҡәттәрен Юлай Мәҡсүтовтың бер туған апаһы Зәйтүнә Сәйфуллина үҙ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ журналистың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Баймаҡ үҙәк китапханаһы янында Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистары премияһы булдырылды. Был премияға төрлө йылдарҙа Зөлфиә Сафина (әлеге көндә Баймаҡ телевидениеһы етәксеһе), Гүзәл Иҫәнгилдина (әлеге көндә Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры), Резеда Усманова (әлеге көндә “Атайсал” гәзитенең яуаплы сәркәтибе), Айгөл Иҙелбаева (әлеге көндә Баймаҡ телевидениеһы хәбәрсеһе), Земфира Ғәҙелшина (“Баймакский вестник” гәзите хәбәрсеһе) лайыҡ булды.
Бөгөн, 31 ғинуар, сираттағы премия лауреаттары билдәле булды. Уларҙың береһе—Темәс ауылы егете, әлеге көндә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында яуаплы сәркәтип булып эшләүсе Илгиз Ишбулатов, икенсеһе—Баймаҡ егете, “Баймакский вестник” хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев. Йәш журналистарҙы беҙ премияға лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың фекерҙәре тос, ҡәләмдәре үткер булыуын теләйбеҙ.
Ә ошо премияны булдырыуға күп көс һалған (премия булдырылған саҡта Баймаҡ китапханалары селтәре директоры ине) Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшинаны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Рух ныҡлығы ташламаһын һеҙҙе!
Шулай уҡ Юлай Мәҡсүтов исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индергән, журналистар хеҙмәтенә иғтибар һәм ихтирам менән ҡараған китапханасыларға, Юлай-Юламандың туғандарына оло рәхмәт.
Резеда Усманова, Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты.
Читайте нас: