Баҫмабыҙ йыл да уҡыусыларын шәп бүләктәр уйнатып ҡыуандыра. Был юлы гәзитебеҙгә бер йылға яҙылыусылар араһында бағыусыбыҙ Нур Азамат улы Тажетдинов биргән балаҫты уйнаттыҡ. Лайыҡлы бүләк лайыҡлы кеше ҡулдарына эләкте. “Атайсал”ды тәүге көндәренән алдырып барған Сәғәҙәт Ғәтиәт улы Ишбирҙин балаҫтың бәхетле эйәһе булды.
Тоғро уҡыусыбыҙ ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләй. Ул бәләкәй сағынан отҡорлоғо менән айырылып тора, һандарҙы ярата. Шуға күрә һис икеләнмәйенсә уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлай һәм ғүмерен теүәл фәндәр уҡытыуға бағышлай. Юғары партия мәктәбен, Магнитогорск педагогия университетын тамамлай ул. Утыҙ йылға яҡын 1-се Этҡол һәм Иҫке Сибай ауылы мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара Сәғәҙәт Ғәтиәт улы. Шулай уҡ биш йыл “Сибай” совхозында партком секретары ла була. Район халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор булып та эшләй. Хөкүмәт тә уның хеҙмәтен юғары баһалай. Сәғәҙәт олатай—Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Уның күп төрлө Почет грамоталары ла бихисап.
Сәғәҙәт Ғәтиәт улы үҙенә тормош иптәше итеп Стәрлетамаҡ районынан йәш уҡытыусы ҡыҙ Фәриҙәне һайлай. Һөйөклө ҡатыны менән улар дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Игеҙәктәренең береһе Вилүр әлеге көндә Магнитогорск ҡалаһында ғүмер итә. Уның һыңары Гүзәл—Сибайҙа. Авиация институтын тамамлаған Вилүрә ҡыҙҙары ла Сибай ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй. Люциә исемле ҡыҙҙары атаһы менән әсәһенең юлын дауам итеү теләге менән шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлай. Уртансы ҡыҙҙары Зөһрә, тормош иптәшен юғалтҡандан һуң, Иҫке Сибай
ауылында ата-әсәһе менән бергә йәшәй, уларҙы ҡарай.
Данлыҡлы уҡытыусы Сәғәҙәт Ғәтиәт улы “Атайсал” гәзитенең бер мәҡәләһен дә ҡалдырмай уҡып бара. “Гел башҡа баҫмалар менән сағыштырам яратҡан гәзитемде. Ул йөкмәткеһе менән дә, фотоларының сифаты менән дә айырылып тора. Һәр бер авторҙың яҙмаларын йотлоғоп уҡыйым. Быйыл да “Атайсал” менән бергә булыр өсөн гәзиткә бер йылға яҙылып ҡуйған инем. Бына хәҙер балаҫлы ла булып ҡыуанып ултырам,”—тип шатлығы менән уртаҡлашты уҙаман.
Һүрәттә: Сәғәҙәт һәм Фәриҙә Ишбирҙиндар гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов менән.