АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ғинуар 2020, 13:05

Шәп бүләгебеҙ шәп уҡыусыбыҙға эләкте!

Гәзитебеҙгә ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында бағыусыбыҙ «Жил-строй» йәмғиәте (директоры—Нур Азамат улы Тажетдинов) биргән өҫтәлде уйнатҡан инек. Ул тоғро уҡыусыбыҙ Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы Халисованың өлөшөнә төшкән көмөш булып сыҡты. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Гәзитебеҙгә ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында бағыусыбыҙ «Жил-строй» йәмғиәте (директоры—Нур Азамат улы Тажетдинов) биргән өҫтәлде уйнатҡан инек. Ул тоғро уҡыусыбыҙ Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы Халисованың өлөшөнә төшкән көмөш булып сыҡты.
Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы 26 йыл буйы почта өлкәһендә эшләгән. Бирелеп китеп гәзит уҡырға яратҡан апай “Атайсал”ды тәүге сыҡҡан көндәренән алып уҡып бара. Шуға күрә уға баҫмабыҙҙың барлыҡ тарихы яҡындан таныш. Бөтә эшләп киткән мөхәррир, журналистарҙы ла исемләп белә, хәтерләй Фәриҙә апай. Ғүмерен водитель һөнәренә бағышлаған ире Тимерғәле Сәйфулла улы ла “Атайсал”ды бик яратып уҡый. “Гәзит килеүен дүрт күҙ менән көтөп алабыҙ ҙа, талаша-талаша уҡыйбыҙ. Күбеһенсә, иң тәүҙә үҙем уҡып сығам. Беренсе биттән алып аҙағынаса бер нәмәһен дә ҡалдырмайым. Һәр мәҡәлә мәғлүмәтле һәм файҙалы. Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов яҙғандары бигерәк тә күңелебеҙгә хуш килә. Уның матур итеп ауыл тормошон, ябай халыҡ йәшәйешен иҫ киткес итеп һүрәтләүе оҡшай. Иптәшем гәзит килеү менән мотлаҡ: “Хәйҙәр Тапаҡовтың мәҡәләһе сыҡҡанмы әле?”—тип һорай. Яратҡан баҫмабыҙҙың тиражы артыуы ла ҡыуандыра. Башҡортмон тигән кеше ана шулай төбәгебеҙҙең берҙән-бер башҡорт гәзитенә яҙылырға, уны уҡып барырға тейеш. “Атайсал” бит бик шәп гәзит”—тип ихлас уйҙары менән бүлеште Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы.
Фәриҙә апай тормош иптәше Тимерғәле ағай менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Рәиф хәҙерге ваҡытта Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Кесе ҡыҙҙары Зилә—Сибай ҡалаһының реабилитация үҙәгендә психолог. Ейәнсәрҙәре Вилиә менән Зәлиә лә өләсәһе менән олатаһын уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора.
Шәп бүләгебеҙ—өҫтәлгә эйә булған Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы илебеҙҙең гел генә тыныс булыуын, һәр кемдең ғаилә именлегендә бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәүен теләп ҡала.
Нәркәс Алсынбаева.
Һүрәттә: Халисовтар мөхәррир менән.