“Атайсал”ды һәр саҡ алдырабыҙ. Был юлы һеҙ иғлан иткән “1+2” тип аталған акцияла ҡатнашырға булдыҡ. Гәзитте бик ныҡ яратып уҡыйбыҙ. Әйткәндәй, 2019 йылдың ярты йыллығы өсөн бүләккә төп приз—электр бысҡыһын да отоп ҡыуанғайныҡ. Ҙур рәхмәт.
Акцияға ҡушылыуыбыҙҙың сәбәбе—мөхәррир Х.Тапаҡовтың ҡултамғаһы менән “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” исемле китабына эйә булыу.
Хәтеребеҙҙә, бер нисә йыл элек, Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов Сәйғә-фәр мәктәбенә осрашыуға килгәйне. Әле тормошсан хикәйәләре ҡайҙа ғына баҫылып сыҡһа ла йотлоғоп уҡып барабыҙ. Яңыларын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Барығыҙға ла эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа һәм ижадығыҙҙа ҙур уңыштар, бәхет һәм именлек теләп ҡалабыҙ.
Шиғырыбыҙ аша барыһын да “Атайсал” гәзитенә яҙылырға саҡырып ҡалабыҙ.
Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы.