АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2019, 11:15

Гәзитле лә бул, бүләкле лә…

Ә һеҙ шифаханаға юллама оторға теләйһегеҙме? Унан тыш ниндәй бүләктәр кәрәк?

Гәзитле лә бул, бүләкле лә…
2020 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланыуға бара. Матбуғат баҫмаһына яҙылып, бүләкле лә була алаһығыҙ!
Мәҫәлән, республикабыҙҙың төп гәзите “Башҡортостан” гәзите аҙна һайын бүләк оттора, ә төп бүләктәре “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама. Уны декабрь аҙағында уйнатасаҡтар.
Хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы (аҙнаға ике тапҡыр) – 1437 һум 90 тин.
П3030 индексы (йома) – 780 һум 96 тин.
Ветерандар өсөн П2729 индексы – 1301 һум 52 тин, П3030 индексы – 703 һум 98 тин.
Электрон версия – 834 һум (rbsmi.ru сайтына инеп йәки редакция аша яҙылырға мөмкин).
Ә төбәгебеҙҙә сыҡҡан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарына таралған “Атайсал” гәзитенә 2020 йылдың ярты йыллығына яҙылһағыҙ--өҫтәл, ә тотош бер йылға яҙылһағыҙ балаҫ отоуығыҙ ихтимал. Лото-уйын декабрь аҙағында үтәсәк.
Гәзитебеҙгә ярты йылға—593 һум 34 тингә (индексы 50629), бер йылға 1080 һум 53 тингә (индексы 06029) яҙылырға була. Милли баҫмаларҙың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда булыуын аңлап, теләгән гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыйыҡ.
«Сибайский рабочий» аша яҙылыу ярты йылға—550 һум, бер йылға—1000 һум.
Милли матбуғаттан айырылмағыҙ!