АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Ғинуар 2019, 12:14

Яңы йылға—шәп бүләктәр!

Декабрь аҙағында 2019 йылға гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында лото-уйын үткәреп, бүләктәр оттороу матур йолаға әүерелде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Атайсал» гәзитенә тотош бер йылға яҙылыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто унитар предприятиеһы әҙерләгән Супер приз—велосипед һәм 6 айға яҙылыусылар өсөн Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы (директоры—Fәлим Булат улы Сәлимов) ебәргән Төп приз—Бензосапҡыс уйнаттыҡ. Был көндө мөхәрриребеҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов хәстәрләгән бүләктәр һәм Сибай типографияһы директоры бүлгән календарҙар ҙа даланлылар өлөшөнә тәтене.

Шулай итеп, лото-уйындың дәртләндереү приздары түбәндәге тоғро дуҫтарыбыҙ өлөшөнә төштө. Йыллыҡ яҙылыусылар араһында «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» китабы—М.Ишдәүләтоваға (Баймаҡ районы Ишей ауылы, Завод урамы, 1), сәй сервизы—С.Юлдыбаеваға (Хәйбулла районы Сиҙәм ауылы), автомобиль йыйылмаһы—Н.Ишҡыуатоваға (Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылы, Буранбай урамы, 4), салат һауыттары йыйылмаһы—И.Лотфуллинаға (Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы, Исрафилов урамы, 24), плед—С.Fәбитоваға (Сибай ҡалаһы Бүләков урамы, 3-7), календарь—Р.Суринға (Хәйбулла районы Бәләкәй Арҫланғол ауылы, Башҡортостан урамы, 37), календарь—Ә.Ҡыҙрасоваға (Баймаҡ районы Иҫән ауылы, Аслаев урамы, 19) һәм тағын бер календарь—F.Ҡыҙрасовҡа (Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылы, Аҡмулла урамы, 36) эләкте.
«Атайсал»ға йыллыҡ яҙылыусы Рауил Вәхитов (Йылайыр районы Яппарһаҙ ауылы) велосипедлы булды, йәғни супер-приз уның өлөшөнә тәтене.
6 айға яҙылыусылар араһында сәй сервизын—Р.Илбулова (Арҡайым ҡасабаһы Сибаев урамы,14), салат һауыттары йыйылмаһын—Г.Fәҙелшина (Баймаҡ районы Ярат ауылы, Шарлыбай урамы, 4), автомобиль йыйылмаһын—Р.Хисаметдинова (Сибай ҡалаһы Һаҡмар урамы, 2), термокөрөшкәне—Р.Моратова (Йылайыр районы Һабыр ауылы, Мәктәп урамы, 3), аҫлы сәй сынаяғын—А.Исхаҡов (Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы, Ҡарғалы урамы, 16), тағы ла бер салат һауыттары йыйылмаһын—З.Әлибаева (Баймаҡ районы Байыш ауылы, Урғаҙа урамы, 4) отто. Төп приз—бензосапҡыс Баймаҡ районы Fәҙелбай ауылынан Һөйөндөк Ишморатов бәхетенә эләкте.
Лото-уйында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Яңы йыл каникулынан һуң барығыҙҙың да редакцияға килеп бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙ һорала.
Хөрмәтле дуҫтар, 2019 йылға «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бигерәк тә шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер тоғро дуҫтарыбыҙ был баҫманы үҙҙәре генә алдырып ҡалмай, ә яҡын туғандарына бүләк итеп ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһында йәшәүсе гәзит уҡыусыбыҙ Хазина Сирусина бар туғандарына яҙҙырҙы. Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәүсе әүҙем йәмәғәтсе Факиһа Таштимерова ауылдаштарын өгөтләп яҙҙырып баҫмабыҙҙың тиражын 20 данаға арттырҙы. Уларға бик рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә беҙҙең менән хеҙмәт-тәшлек итегеҙ, матур-матур хаттар яҙығыҙ.