Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Декабрь 2018, 18:26

Һәр яҡлап алдынғылар

Ауыл тормошонда мәғариф учреждениелары ҙур роль уйнай. Улар йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән дөйөм белем биреү мәктәбе был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Өс ҡатлы, яҡты, иркен был мәктәптә—121, Басай филиалында—40, Иҫәнбәттә—8, Әхмәрҙә 63 бала белем ала.

Ауыл тормошонда мәғариф учреждениелары ҙур роль уйнай. Улар йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән дөйөм белем биреү мәктәбе был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Өс ҡатлы, яҡты, иркен был мәктәптә—121, Басай филиалында—40, Иҫәнбәттә—8, Әхмәрҙә 63 бала белем ала. Тәжрибәле һәм абруйлы етәксе Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы уҡытыу-тәрбиә процесын тейешле кимәлдә ойоштороуға, учреждениеның, коллективтың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һала. Үткән йыл спорт залын ремонтлап ингәндәр, быйыл сереп бөтөп барған иҫке ағас тәҙрәләрҙе пластикҡа алышты- ра башлағандар, йылы бәҙрәф эшләү тамамланыуға табан бара. Мәктәп ауылдың йөҙө һәм ҡото булып тора, үҙенең уңыштары менән һөйөндөрә. Үткән уҡыу йылында өс уҡыусы 11-се класты тик «5» билдәһенә генә тамамлаған, уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Быйыл 9-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Әминева сит ил телдәре буйынса район-ҡала олимпиадаһында инглиз теле буйынса беренсе урын яулаған. Йәш спортсылар ҙа тәрбиәләнә бында. Азат Әхмәтов етәкләгән шашкасылар төбәктең генә түгел, райондың да ғорурлығы булып тора. Улар яңыраҡ ҡына Силәбелә үткән Бөтә Рәсәй ярыштарынан ҡайтҡан. Бөтә Рәсәйҙән 180 спортсы ҡатнашҡан был ярышта 5-се класс уҡыусыһы Илнар Килмөхәмәтов 2-се урын яулап, көмөш миҙал алған. Әхмәтов Азамат (5-се класс)—4-се, Әхмәтова Айгүзәл 7-се булған.
Беҙ килеүгә мәктәп «Гәзиткә яҙылыусылар көнө» үткәрҙе. Мәктәп коллективы «Атайсал»дан башҡа «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарына, «Йәншишмә», «Йәшлек» һәм башҡа гәзиттәргә лә яҙылды. Ә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ 27 кешегә артты!
Фәрит Әхмәров.