АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Декабрь 2018, 18:24

«Атайсал»лы йылайырҙар

Гәзит уҡыусылар менән сираттағы осрашыуыбыҙ Йылайыр ерендә үтте. Коллегам Фәрит Әхмәров менән иң тәүҙә беҙ рухлы халыҡ йәшәгән Ҡашҡар ауылына туҡталдыҡ. Мәҙәниәт йортонда ошо биләмәгә ҡараған Ҡашҡар, Исҡужа һәм Мәҡсүт ауылдарынан байтаҡ ҡына кеше йыйылғайны. Уларҙың күбеһе оло йәш-тәге инәй-олатайҙар ине. Осрашыу бик йәнле үтте. Һөйләшеү барышында милли баҫмаларҙың киләсәге, урындағы ҡырсынташ карьеры, ауылдың экологик хә-ленә бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Һуңынан Ҡашҡар ауыл биләмәһе халҡы 2019 йылға «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Гәзит уҡыусылар менән сираттағы осрашыуыбыҙ Йылайыр ерендә үтте. Коллегам Фәрит Әхмәров менән иң тәүҙә беҙ рухлы халыҡ йәшәгән Ҡашҡар ауылына туҡталдыҡ. Мәҙәниәт йортонда ошо биләмәгә ҡараған Ҡашҡар, Исҡужа һәм Мәҡсүт ауылдарынан байтаҡ ҡына кеше йыйылғайны. Уларҙың күбеһе оло йәш-тәге инәй-олатайҙар ине. Осрашыу бик йәнле үтте. Һөйләшеү барышында милли баҫмаларҙың киләсәге, урындағы ҡырсынташ карьеры, ауылдың экологик хә-ленә бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Һуңынан Ҡашҡар ауыл биләмәһе халҡы 2019 йылға «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошондай йылы осрашыуҙы ойошторған һәм гәзиткә яҙҙырыуҙа ярҙам күрһәткән Ҡашҡар ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Флүзә Сәлим ҡыҙы Моратоваға, мәҙәниәт йорто директоры Сөмбөл Көмөшбаеваға, мәктәп мөдире Илфат Алғушаевҡа, хат ташыусы Хәлит Такаловҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Был көндө «Атайсал»ға 14 кеше яҙылды. Исҡужанан килгән Fилмиә апай Усманованың тәмле, шифалы буҙаһын ауыҙ иткәндән һуң, беҙ сәйәхәтебеҙҙе ары дауам итеп, Йомағужа ауылына юлландыҡ.
Бында беҙ мәктәп уҡытыусылары менән осраштыҡ. Мәктәп директоры Айбулат Fәйнулла улы Fәниев әйтеүенсә, белем усағында бөтәһе 93 уҡыусы уҡый. Ошо уҡ бинала урынлашҡан балалар баҡсаһына 32 бала йөрөй. Берҙәм коллективта 15 уҡытыусы, 3 тәрбиәсе эшләй. Был көндө беҙҙең баҫмаға яҙылған 6 уҡы-тыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, артабан Һабыр тарафтарына юл тоттоҡ.
Һабырҙарға—афарин! Бына ҡайҙа йәшәй икән «Атайсал»дың ысын дуҫтары! Мәктәп директоры Иҙел Ишбулды улы Билалов һәм уҡытыусылар беҙҙе тупһанан уҡ шатланып ҡаршы алды. Йыйылыш залында ойошторолған Матбуғат кисәһендә Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Сәғәҙей улы Солтанов һәм эштәр идарасыһы Рәүфә Теүәлбаева ҡатнашты. Әңгәмә барышында һабырҙарҙың республика һәм төбәк баҫмаларына битараф булмауҙарына, телем, илем тип янып йәшәүҙәренә ҡарап һөйөндөк. Мәктәп уҡыусылары араһында район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүселәр күп. Быйыл бында ике йәш белгестең эшкә килеүе лә мәктәптең киләсәгенә өмөт бирә. Оҙаҡ йылдар «Атайсал» төбәк гәзитен алдырып уҡыған һәм хеҙмәттәшлек иткән мәғариф ветерандары, тәжрибәле уҡытыусылар киң масштаблы «Урал аръяғының ете мөғжизәһе», «Таҙа Һаҡмар», «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» проекттарын ойоштороп, тормошҡа ашырғаны өсөн мөхәр-риребеҙ Хәйҙәр Тапаҡовҡа, редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бөтә коллектив менән киләһе йылға беҙҙең баҫмабыҙға яҙылған Һабыр урта мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәт әйтәбеҙ һәм уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуябыҙ. Шулай итеп, Һабыр ауыл биләмәһендә йәшәүселәр был көндө 20 дана гәзиткә яҙылды.
Альбина Ҡоҙашева.
Һүрәттә: Һабыр мәктәбе уҡытыусылары.