Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Ноябрь 2018, 12:54

«АТАЙСАЛ» дуҫтары менән көслө

Гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында Урал аръяғы райондарына сығып, «Атайсал» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында урындарҙа Матбуғат көндәре ойоштороу матур традицияға әүерелгән. Күптән түгел «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаков Баймаҡ районының Ярат ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылда халыҡ менән осрашып, уларҙың йәшәйеше, тормошҡа ҡараштары менән ҡыҙыҡһынды.

Гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында Урал аръяғы райондарына сығып, «Атайсал» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында урындарҙа Матбуғат көндәре ойоштороу матур традицияға әүерелгән. Күптән түгел «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаков Баймаҡ районының Ярат ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылда халыҡ менән осрашып, уларҙың йәшәйеше, тормошҡа ҡараштары менән ҡыҙыҡһынды.
Fүмәр ауылы балалар баҡсаһында беҙ бик матур сараның шаһиты булдыҡ. Тәжрибәле музыка етәксеһе, тәрбиәсе Миңзәлә Мират ҡыҙы Үҙәнбаева бәләкәстәргә һәм ҡунаҡтарға әрмегә оҙатыу йолаһын күрһәтте. Fүмәрҙәр ғаиләһендә ете ул үҫтергән Әнисә һәм Марс Мырҙабаевтарҙың Ватан алдындағы бурысын үтәргә юлланыусы дүртенсе улдары Усманға теләктәрен әйтте, бүләктәр тапшырҙы. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр буласаҡ һалдат ағайҙарына арнап йырҙар йырланы, ҡумыҙҙа уйнаны. Ауылдың имам-хатибы Йосоп ағай Үҙәнбаев хәйерле юл теләп, изге фатихаһын бирҙе. Усман Мырҙабаев ауылдаштарына рәхмәтен әйтеп, намыҫлы хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе. Сара һуңында барыһы ла бергәләп иҫтәлеккә фото төштө. Ваҡ донъя мәшәҡәттәренә ҡарамайынса бына шулай күңелле йәшәй бындағы халыҡ. Татыу, берҙәм ғүмәрҙәр ауылдың киләсәген уйлап ҙур-ҙур эштәр башҡара, олоһон, кесеһен берләштереүсе матур байрамдар, күңелле ярыштар ойошторорға ла иренмәй.
—Быйыл ауылыбыҙҙа 5 туй булды, йәштәр ғаилә ҡора, сабыйҙар тыуа. Әйткәндәй, беҙҙә балалар күп, 60-лап уҡыусы Ярат мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡый. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны 25 булһа, шуларҙың 15-е мәктәпкәсә йәштәге төркөмдә тәрбиәләнә. Киләсәк быуынды үҙ өлгөбөҙҙә иманлы, башҡорт рухлы, һау-сәләмәт итеп үҫтереүҙе, уларға йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтеүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ. Мәктәбебеҙ, клубыбыҙ, китапханабыҙ булмаһа ла ауыл халҡы алдағы көндәргә ышаныс менән йәшәй. «Сәләмәт ауыл-2018» проекты сиктәрендә уйлаған уйҙарыбыҙ, эшләнәсәк эштәребеҙ, уҙғарасаҡ саралар алда әле. Һаулыҡ ҡына булһын, донъялар имен торһон,—ти Миңзәлә Мират ҡыҙы.
Fүмәр ауылы халҡы менән осрашыуҙан көс-дәрт алып ошо биләмәнең үҙәге Ярат ауылына юлландыҡ. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, Ярат мәктәбенә өс ауылдан хөрмәтле ата-әсәләр йыйылғайны. Мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева һәм уның урынбаҫарҙары мәктәп тормошо, уҡыусыларҙың өлгәшеүенә ҡағылышлы мәсьәләләр менән сығыш яһағандан һуң «Атайсал»дарға һүҙ бирелде. Ауыл китапханасыһы Дилара Насырйән ҡыҙы Юнысбаева төбәгебеҙҙә донъя күргән уҡымлы, халыҡсан баҫмаға арналған осрашыу кисәһен матур итеп алып барҙы. Мөхәрриребеҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов гәзит уҡыусыларҙы Fаилә йылында гәзитебеҙ битендә старт алған «Урал аръяғының 100 ғаиләһе» проекты менән таныштырҙы, гәзитебеҙҙең эстәлеге, уның биттәрендә донъя күргән актуаль мәҡәләләр тураһында бәйән итте, артабан да хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Милли баҫмаларҙы яратып алдырған һәм уҡыған яраттар редакция хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең теләктәрен әйтеп ҡалды. Артабан беҙ Ярат ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Fәлимнур улы Йәнбирҙин оҙатыуында Йәрмөхәмәт ауылына юл алдыҡ. Биләмә үҙәгенән йыраҡ ҡына урынлашҡан был ауылда бик эшсән, берҙәм халыҡ йәшәүенә инандыҡ. Авария хәлендә тип табылып, ауыл клубы ябылғас, хәҙер бар саралар ҙа ауыл мәктәбендә үткәрелә икән. Бында башланғыс класс мәктәбе һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтына берләштерелгән. «Атайсал» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға ауылдың иң әүҙем кешеләре килгән ине. Белем һәм тәрбиә усағының утын дөрләтеп һүндермәйенсә тотоусы тәжрибәле педагогтар, уңған килендәштәр: уҡытыусы Рәхилә Рәфҡәт ҡыҙы һәм тәрбиәсе Айгөл Хәбир ҡыҙы Ишҡыуатовалар беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршылап, уҡыу һәм уйын бүлмәләре менән таныштырҙы. Һуңынан барыһы ла мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында әҙерләнгән концерт номерҙарын ҡарап кинәнде.
Ярат ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылда ла халыҡ гәзиткә әүҙем яҙылды. Һөҙөмтәлә, беҙҙең тиражыбыҙ был көндө 26 данаға артты. Һәр ваҡытта ла «Атайсал» гәзитен ҙур теләк менән алдырып уҡыусы Ярат, Fүмәр һәм Йәрмөхәмәт ауылы халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һүрәттә: Fүмәрҙән Миңзәлә Үҙәнбаева йәш артистары менән; Йәрмөхәмәттән педагогтар Рәхилә Рәфҡәт ҡыҙы һәм Айгөл Хәбир ҡыҙы Ишҡыуатовалар балалар менән.
Читайте нас: