«Атайсал» гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. 25 ноябрь—Әсәләр көнө айҡанлы төбәгебеҙҙең арҙаҡлы ир-егеттәре үҙҙәренең яҡындарына, хөрмәтле ағинәйҙәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә төбәгебеҙҙә донъя күргән халыҡсан баҫма—«Атайсал» гәзитен бүләк итеп сауаплы булды. Изгелек ҡылыусы эшҡыуарҙарға һәм етәкселәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Рауил Әхмәҙулла улы Назаров, «Яковлевка» ҡулланыу-етештереү кооперативы етәксеһе:
—Әсәйҙәр көнө айҡанлы ер йөҙөндәге барлыҡ әсәйҙәрҙе ҡотлайым, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем. Fәзиздәребеҙ беҙгә матур тәрбиә бирҙе, уҡытты, оло тормош юлына баҫтырҙы. Минең әсәйем Алтынбикә Хәйрулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында һатыусы, малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Атайыбыҙ менән улар беҙҙе, өс балаһын, хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерҙе. Рәйсә апайым, Радиҡ ҡустым һәм мин эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тир түгәбеҙ. Атайыбыҙ мәрхүм булғас, әсәйебеҙҙе эргәбеҙгә, Сибайға күсереп алдыҡ. Оло йәштә булһа ла ул балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә аҡыллы кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп тора. Һәр ваҡытта ла миңә терәк-таяныс булған, ике балабыҙға ғүмер биргән ҡатыным Fәлиә Рәүеф ҡыҙын, шулай уҡ беҙгә Сафина ейәнсәребеҙҙе бүләк иткән Эльмира ҡыҙыбыҙҙы Әсә көнө менән ҡотлайым һәм уларҙың барыһына ла үҙебеҙҙең төбәктә донъя күргән уҡымлы милли баҫмабыҙ—«Атайсал» гәзитен бүләк итәм.
Фаил Исрафил улы Ҡоланбаев, Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, Татлыбай ауыл Советы депутаты:
—Мин иң тәү сиратта Әсә көнө менән һөйөклө әсәйем Зифа Хәмзә ҡыҙын ҡотлайым. Ул ғүмере буйына совхоздың алдынғы һауынсыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләүсе хәләл ефетем Хәмиҙә Fиззетдин ҡыҙын да оло байрам менән тәбрикләйем. Яҡындарыма, ауылыбыҙҙың ағинәйе Вәҙиғә Ҡәйепҡоловаға, хужалыҡ эшселәренең ғаиләләренә һәм ауыл мәктәбенә барлығы 6 дана «Атайсал» гәзитен яҙҙырҙым. Төбәгебеҙ һулышы менән таныштырыусы милли баҫманы байрам бүләге итеп ҡабул итһендәр. Әсәлек бәхетен татыған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы изге байрам менән ҡотлайым, ғаилә бәхете, балалар именлеге теләйем.
Ҡадир Айса улы Ишҡыуатов, Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылы, эшҡыуар:
—Әсәләрҙең бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ, тигәндәй әсәләрҙең ҡәҙерен белергә, уларҙы ихтирам итергә бурыслыбыҙ. Әсә көнөндә барлыҡ әсәләргә лә байрам кәйефе теләйем. Ошо уңайҙан ҡәҙерле ҡатыным Рәхилә Рәфҡәт ҡыҙына, 90 йәше менән барған ауылдашыбыҙ Хәтифә инәйгә һәм Ярат ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Вәсимә Fәлиарслан ҡыҙына ихлас күңелдән «Атайсал» гәзитен бүләк итәм. Әйҙә, рәхәтләнеп уҡыһындар, күрше райондарҙың хәл-ваҡиғаларын белеп торһондар.
Фәйзи Салауат улы Рәхмәтуллин, Ишмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы:
—Гәзит һәм китапты иң ҡиммәтле бүләк тип һанайым. Әсә көнө уңайынан Сибайҙа йәшәүсе ҡайынбикәм Рәмиләгә, Ҡарамалынан Зәминә апайыма һәм Байыш ауылында йәшәүсе яңғыҙ әсә Рәшиҙә Мортазинаға башҡорт телендә сыҡҡан бай телле, эстәлекле «Атайсал» гәзитен яҙҙырҙым. Барлыҡ әсәләрҙе, олоһон да, кесеһен дә ошо матур байрам менән ҡотлайым, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле йәшәүҙәрен теләйем.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яңы 2019 йылды ҡаршылауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға үҙенсәлекле бүләк менән ҡыуандырғығыҙ килһә, һис шикһеҙ «Атайсал» гәзитенә яҙылығыҙ. Рухи бүләк һәр кемдең күңеленә хуш килер.