Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Ноябрь 2018, 17:36

Алмалары бешһен алланып

Баймаҡ районының Билал, Һәмән, Күгиҙел, Өмөтбай ауылдарында донъя көтөүгә әүәҫ, тырыш халыҡ йәшәй. Әбйәлил районы менән сиктәш ятҡан тарафтарҙа кешеләр береһенән-береһен уҙҙырып кәсеп итергә тырыша, ҙур-ҙур йорттар һала, иркен ерҙәрҙә ишле итеп мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Эшкә генә түгел, мәҙәни саралар уҙғарыуға ла маһир был яҡ кешеләре. Айырыуса Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова ойошторған кисәләр ауылдаштарының күңеленә ята.

Баймаҡ районының Билал, Һәмән, Күгиҙел, Өмөтбай ауылдарында донъя көтөүгә әүәҫ, тырыш халыҡ йәшәй. Әбйәлил районы менән сиктәш ятҡан тарафтарҙа кешеләр береһенән-береһен уҙҙырып кәсеп итергә тырыша, ҙур-ҙур йорттар һала, иркен ерҙәрҙә ишле итеп мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Эшкә генә түгел, мәҙәни саралар уҙғарыуға ла маһир был яҡ кешеләре. Айырыуса Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова ойошторған кисәләр ауылдаштарының күңеленә ята.
«Атайсал» гәзите хеҙмәткәрҙәре был тарафтарҙа йыш була. Килгән һайын үҙенсәлекле сара үткәреп, баймаҡса ихлас ҡабул итеүҙәре менән арбай улар. Был юлы ла Райхана Эдуард ҡыҙы гәзитебеҙҙең мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовты мәктәпкә «Алмаларың бешһен алланып» исемле осрашыуға саҡырҙы. Уҡыусылар яҙыусыны мәктәп тупһаһынан күтәрелгәс тә ялҡынлы шиғырҙар ятлап, ҡурай уйнап ҡаршы алды.
—Ни өсөн осрашыуҙың темаһы алма менән бәйле һуң?—тигән һорау тыуыр гәзит уҡыусыларҙа.
—Ижад баҡсаһының баҡсасыһы ул—Хәйҙәр Тапаҡов. Ә беҙ—уҡыусылар—шул баҡсанан алма ауыҙ итеүселәр. Тағы ла алма ул—ғаиләне һынландырған емеш, йәғни, әйтемдә әйтелгәнсә, алма ағасынан ары төшмәй. Алма—ул балалар. Алмаларға ҡорт төшмәһен,—тине Р.Булатова, осрашыуҙа ҡатнашҡан әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тәбрик-ләп.—Заман менән бергә атлаған яҙыусының киләсәктә лә ижад баҡсаһының алмалары өлгөрөп торһон, ә беҙ уларҙың бешеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Сарала яҙыусының әҫәрҙәрен Рәшиҙә Хәйҙәрова, Римма Мырҙина, уҡыусылар сәхнәләштәреп күрһәтһә, һәүәҫкәр композитор Вилюр Мәүлитовтың «Мин ҙур үҫкәс» йырын уҡыусыһы Сыңғыҙ Ильясов оҫта итеп башҡарҙы. Мәғариф ветераны, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева, уҡыусылар Fиззәт Юламанов, Айгүзәл Кинйәбулатова яҙыусыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
—Минең ижадыма битараф булмауығыҙға һөйөнәм. Бындай әҙәбиәт һөйөүселәр барҙа яҙған һайын яҙғы ғына килеп тора,—тине Хәйҙәр Тапаҡов, осрашыу ойоштороусы Райхана Эдуард ҡыҙына, Билал ауылы хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаровҡа, уҡы-тыусыларға рәхмәт әйтеп.—Телде, милләтте һаҡлап ҡалабыҙ тип, гәзит сығарабыҙ, ижад итәбеҙ, ә телде, ысын башҡортлоҡто һаҡлаусылар бына һеҙҙең ише ауылдарҙа йәшәй. Шуға ла һеҙҙең янға ашығып, ашҡынып килдек.
Билалдар бер юлы «Атайсал» гәзитенә лә бик теләп яҙылды. Ысын яҙыусы менән осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт булып, әҙип әйткән һәр һүҙҙе күңеленә һеңдереп күтәренке кәйеф менән таралышты.
Хәйҙәр Тапаҡов был көндө Өмөтбай мәктәбендә лә булды. Күптән түгел генә эш башлаған ауыл китапханасыһы Алгөл Латыпова ла мәктәп уҡыусылары менән йәнле генә осрашыу үткәрҙе. Китапханала яҙыусының тәүге китаптарының береһе «Fүмер бүләк итәм» китабы ғына бар икән. «Әсәйемдең аҡ күлдәге» китабы ҡулдан-ҡулға йөрөп, йоҡарып, иҫкереп бөткән. 5-се класс өсөн «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслегенә «Бибинур ҡарсыҡ» хикәйәһе индерелеүен яҙыусы беренсе тап-ҡыр Өмөтбайҙа ишетеп ҡыуанды:
—9-сы, 10-сы кластарҙың дәреслектәрендә әҫәрҙәремдән өҙөктәр алынғанын беләм, ә бына 5-се класс дәреслегендә баҫылыуын тәүгә ишетәм,—тине Хәйҙәр Ниғәмәт улы.
Уҡыусылар әҙипкә һөнәрҙәрен күрһәтте, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Яҙыусы барыһы менән ихлас аралашты, балаларға изге теләктәр теләне, иҫтәлеккә фото төштө.