Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2018, 17:40

Күңелдә ҡалыр осрашыуҙар

Гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында урындарҙа халыҡ менән осрашып, уларҙың уй-фекерҙәрен белеү, хеҙмәт алдынғылары, өлгөлө ғаиләләр тураһында мәҡәләләр яҙыу беҙҙең традицияға әүерелгән.Йылайыр районының Матрай ауылында ойошторолған кисәлә «Атайсал» төбәк гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Әбдрәхимов, хәбәрселәр, 9-сы класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, әүҙем йәмәғәтселәр йыйылды.

Гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында урындарҙа халыҡ менән осрашып, уларҙың уй-фекерҙәрен белеү, хеҙмәт алдынғылары, өлгөлө ғаиләләр тураһында мәҡәләләр яҙыу беҙҙең традицияға әүерелгән.
Йылайыр районының Матрай ауылында ойошторолған кисәлә «Атайсал» төбәк гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Әбдрәхимов, хәбәрселәр, 9-сы класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, әүҙем йәмәғәтселәр йыйылды. Хәйҙәр Ниғәмәт улы залда ултырыусыларҙы Fаилә йылында старт алған «Урал аръяғының иң шәп100 ғаиләһе» уникаль проект менән таныштырҙы, унда донъя күргән матур мәҡәләләр хаҡында һөйләне, төбәгебеҙҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер йөрөттө. Яҙыусының тәрбиәүи темаға ҡорған әңгәмәһен, өгөт-нәсихәтен йәш быуын ҙур иғтибар менән тыңлап фәһем алды. Артабан һүҙ гәзит уҡыусыларҙың үҙҙәренә бирелде. Шағирә Зөлфиә Fүмәрова ауылдаштарын матбуғат баҫмаларына яҙылырға саҡырҙы.
—Гәзиттең һәр һанын көтөп алам. Тәүҙә яңылыҡтар теҙмәһе менән танышып сығам. Унан һуң «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» проекты сиктәрендә дан ғаиләләр тураһында донъя күргән мәҡәләләрҙе уҡып сығам. Ижади биттә сыҡҡан хикәйәләр һәм шиғырҙарҙы бик яратып уҡыйым,—тип һөйөнә Зөлфиә ханым.
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Fиниәт ҡыҙы Мелкоедова ла гәзитебеҙҙең бай эс-тәлекле булыуын билдәләп үтте. Әйтергә кәрәк, Матрай ауылының ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың йола байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, йәштәргә өйрәтеү буйынса бик ҙур эш башҡара. Төбәктә үткән мөнәжәтселәр бәйгеһендә призлы урындар яулаусы коллектив ауыл биләмәһендә, районда уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалғаны юҡ.
Сара аҙағында матрайҙар 2019 йылдың 1-се ярты йыллығына гәзиткә яҙылды, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән булған йылы осрашыуҙан күңелдәренә дәрт-илһам алып таралышты.
Һултантимерҙә беҙ Роза Ишкилдина етәкләгән «Йәнгүзәл» ағинәйҙәр ҡоро ағзалары менән күрештек. Оло йәштәге апай-инәйҙәрҙең милли кейемдәрҙә ауыл клубы бинаһында көтөп тороуҙары күңелебеҙгә байрам кәйефе өҫтәне. Оҙаҡ йылдар ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереп, тырышып эшләүсе клуб мөдире Фәниә Fәлиәкбәрова музей бүлмәһе менән таныштырҙы, ағинәйҙәрҙең кис ултырып сиккән ҡашмау-селтәрҙәренән, башҡа ҡул эштәренән торған бай күргәҙмәне күрһәтте. Түрҙән урын алған урындыҡ, унда түшәлгән балаҫтар, түшәктәр, милли кейем өлгөләренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Әле ағинәйҙәр Матрай приютында йәшәүсе балаларға ойоҡбаштар бәйләү менән мәшғүл. Һултантимер ауылының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында барған йәнле һөйләшеүҙән һуң улар бар коллектив менән «Атайсал»ға яҙылып, гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға ҙур өлөш индерҙе.
Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һүрәттә: Һултантимер ауылының «Йәнгүзәл» ағинәйҙәр ҡоро ағзалары.