Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Октябрь 2018, 12:17

Киң мәғлүмәт саралары: бөгөн һәм иртәгә

Журналистарҙың көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең быйылғы семинар-кәңәшмәһе Хәйбулла районында үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Б.Н.Мелкоедов, «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының генераль директоры В.М.Хәкимова, агентлыҡ белгестәре, төбәктең ҡала-район мәғлүмәт үҙәктәре етәкселәре, журналистар ҡатнашты.

Журналистарҙың көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең быйылғы семинар-кәңәшмәһе Хәйбулла районында үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Б.Н.Мелкоедов, «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының генераль директоры В.М.Хәкимова, агентлыҡ белгестәре, төбәктең ҡала-район мәғлүмәт үҙәктәре етәкселәре, журналистар ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов тәбрикләп, төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов заманса этапта матбуғаттың төп үҫеш тенденциялары хаҡында һөйләне. «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Миҙхәт ҡыҙы Хәкимова «Киң мәғлүмәт саралары тармағы: бөгөн һәм иртәгә» темаһы буйынса сығыш яһаны. Кәңәшмәлә гәзит сығарыусы редакцияларҙың бөгөнгө хәле, эшмәкәрлектәге проблемалар ҡаралды. Әгәр телерадиотапшырыуҙар өлкәһендә аналог телевидениены һанлы технологиялар ҡыҫырыҡлап сығарып килһә, гәзиттәрҙең ҡағыҙ варианттарын электрон төр алмаштырмаҡсы. Ошонан сығып етәкселек сайттар эшмәкәрлеген йәнләндереүгә айырым иғтибар бүлеүгә саҡыра. Киләсәктә хатта хәбәрселәрҙең гонорарҙары яҙған мәҡәләләренең интернет селтәрендә нисә тапҡыр уҡылыуына ҡарап түләнәсәк тигән фараздар ҙа бар.
Рәсми өлөштән һуң журналистар, мөхәррирҙәр секцияларға бүленеп эшләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтың баҫмалар бүлеге начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова Урал аръяғы ҡала-райондар гәзиттәренә аналитик күҙәтеү яһаны. Агентлыҡтың реклама бүлеге начальнигы Эльвира Мирсаяпова матбуғатҡа реклама йәлеп итеү алымдарын өйрәтте. Сайт буйынса инженерҙар менән электрон баҫмалар секторы мөдире Светлана Иҫәнғолова эшләне. Семинар-кәңәшмә аҙағында «Төп герой», «Эшҡыуарлыҡ заманы», «Бөтә нәмә ғаиләнән башлана», «Тыуған ер тарихы» журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. «Атайсал» төбәк гәзите «Бөтә нәмә ғаиләнән башлана» конкурсында еңеүсе булып танылды. Журналистарҙың көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе етәксеһе, Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры С.Б.Азаматов республикала нарыҡланған йылдар уңайынан төрлө проекттар уйлап сығарып тороусы Х.Н.Тапаҡовҡа Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.
Гөлдәр Иҙрисова.