—1 октябрҙә беҙ иң йылы һәм ҡояшлы байрамдарҙың береһен ҡаршылайбыҙ, ололарҙы тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ, кешелеклелегеҙ һәм аҡыллы кәңәштәрегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм хөрмәтләйбеҙ. Был байрам берҙәмлекте һәм быуындар бәйләнешен сағылдыра. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ. Һәр ваҡыт балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, дуҫтарығыҙҙың хәстәрен тойоп йәшәргә яҙһын! Районыбыҙҙың оло быуын кешеләренә байрам бүләге итеп 50 дана «Атайсал» гәзитен яҙҙырҙыҡ. Рәхәтләнеп уҡыһындар, мәғлүмәтле булһындар.