—Хөрмәтле өлкәндәр, һеҙҙе матур байрам менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Беҙгә, йәш быуынға тормош һабағы һәм күңел йылыһы биреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙең тормошоғоҙҙо яҡшыртыр өсөн барыһына ла әҙербеҙ. Һеҙ—белем, тәжрибә һәм аҡыл сығанағы. Оло быуын вәкилдәренең һәр ҡайһыһы ҡалабыҙ, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән. Йәш быуынға үҙегеҙҙең тормош тәжрибәгеҙҙе бирегеҙ, кәңәштәрегеҙҙән айырмағыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың һөйөүен, ихтирамын, иғтибарын тойоп бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем. «Ветерандарға бүләккә—«Атайсал» акцияһына ҡушылып, минималь пенсия алыусы өлкәндәргә 50 дана гәзит яҙҙырам.