АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Октябрь 2018, 13:18

Бүләккә—төбәк гәзите!

Ололар көнө алдынан «Ветерандарға бүләккә—«Атайсал» акцияһы ойошторҙоҡ һәм өлкәндәргә төбәк гәзитен яҙҙырыуҙарын һорап ҡала һәм район башлыҡтарына, учреждение етәкселәренә, депутаттарға мөрәжәғәт иттек. Изге эшкә ҡушылыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм түбәндә уларҙың йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ.Зариф Закир улы Байғусҡаров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты:—Йылдағыса 1 октябрь—Ололар көнө уңайынан Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарында йәшәүсе өлкән быуын кешеләренә 10 дана «Атайсал» төбәк гәзитен бүләк итәм.

Ололар көнө алдынан «Ветерандарға бүләккә—«Атайсал» акцияһы ойошторҙоҡ һәм өлкәндәргә төбәк гәзитен яҙҙырыуҙарын һорап ҡала һәм район башлыҡтарына, учреждение етәкселәренә, депутаттарға мөрәжәғәт иттек. Изге эшкә ҡушылыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм түбәндә уларҙың йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Зариф Закир улы Байғусҡаров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты:
—Йылдағыса 1 октябрь—Ололар көнө уңайынан Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарында йәшәүсе өлкән быуын кешеләренә 10 дана «Атайсал» төбәк гәзитен бүләк итәм. Алдынғы ҡарашлы инәй-олатайҙарыбыҙ ошо баҫма арҡылы төбәк һулышын тойһон, республикала һәм илдә барған яңылыҡтар менән танышһын, балалар һәм йәштәр араһында милли баҫмаларға ҡарата һөйөү тәрбиәләһен.
Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан изге теләктәремде һәм ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Илһөйәрлегегеҙ, һүнмәҫ энергияғыҙ өсөн тәрән ихтирамымды һәм сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Илебеҙ ғорурлыҡ кисергән күп ҡаҙаныштар һеҙҙең тырышлыҡ, хеҙмәт батырлығығыҙ арҡаһында булдырылған. Һеҙҙәге белем һәм тормош тәжрибәһе бөгөн айырыуса мөһим, дәртле йәшлек менән йәнәшә ололарҙың тормош аҡылы барырға тейеш. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, яҡындарығыҙҙың иғтибарына һәм һөйөүенә сорналып, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!