Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Октябрь 2018, 13:28

Азат Сәлимйән улы Вәлиев, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы директоры:

Азат Сәлимйән улы Вәлиев, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы директоры:—Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ололар хаҡында хәстәрлек 1 октябрь—Ололар көнөндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә дауам итә.

Азат Сәлимйән улы Вәлиев, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы директоры:
—Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ололар хаҡында хәстәрлек 1 октябрь—Ололар көнөндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә дауам итә. Уҡыу йорто менән бөтә ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән ололар араһындағы бәйләнеш бер системаға һалынған һәм ул теүәл үтәлеп килә. Хаҡлы ялда булһалар ҙа ололар беҙҙең коллективтың ағзаһы тип һанала. Даими рәүештә институтта уҙғарылған байрамдарға киләләр, студенттар менән осрашыуҙарҙа, куратор сәғәттәрендә гелән сығыш яһайҙар, тәжрибәләре менән уртаҡлашалар, аҡыллы кәңәштәрен бирәләр. Йыл һайын уҡыу йорто үҙ иҫәбенә хөрмәтле ветерандарыбыҙға «Атайсал», «Сибайский рабочий» гәзиттәрен яҙҙыра, студенттар ололарҙың йорттарына барып ярҙам итә. Ә инде 1 октябрь—Ололар көнөндә беҙҙең уҡыу йорто ветерандар өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара, йәғни был көндө улар өсөн студенттарҙың иң сағыу, иң матур сығыштарынан торған байрам концерты ойошторола һәм сәй табыны әҙерләнә. Бынан тыш һәр кафедра, һәр факультет үҙҙәренең ветерандарын саҡырып, кафедраның уңыштары, студенттарҙың еңеүҙәре менән таныштыра, бүләктәр тапшыра. Быйыл да байрам ошондай кимәлдә үтәсәк һәм беҙ барлыҡ ветерандарыбыҙҙы уҡыу йортонда көтөп ҡалабыҙ.