Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Июль 2018, 16:57

Бысҡыға хужа табылды

«Атайсал» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡа яҙылып, бағыусыбыҙ П.С.Замесин әҙерләгән төп призды—бысҡыны оторға теләүселәр бик күп булды. Редакцияға килеп тә, хат аша квитанция ебәргәндәр ҙә бысҡы миңә генә эләкһен тип теләне. Ә ул бүләк Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Гөлсәсәк Морат ҡыҙы Сәғитоваға яҙған булған икән!

—Гәзиткә бер нисә йыл рәттән хужалыҡ эшселәре барыбыҙ ҙа тиерлек яҙылабыҙ. Төбәк баҫмаһы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре, хикәйәләре менән үҙенсәлекле. Шуға ла уны бик теләп алдырабыҙ, уҡыйбыҙ,—ти Ленин исемендәге ауыл хужалығы һауынсыһы Гөлсәсәк Сәғитова.—Ә хужалыҡта иң кәрәкле нәмә—бысҡыға бөтөнләй иҫәп тотманым, сөнки үҙ көсөбөҙгә генә ышанып йәшәйбеҙ.
Тырыш ҡатын 1992 йылдан хужалыҡҡа тоғро. Башта ул быҙау ҡараусы булһа, 20 йылдан ашыу инде һыйыр һауа. Ире Наил менән 3 улға ғүмер биреп, ауылда күркәм йорт һалып, матур донъя көтәләр. Өлкән улдары Тимур өйләнгән, Таһирҙары студент, Айнурҙары ауыл мәктәбендә уҡый. Бысҡы күпселек ир-егеттәрҙән торған ғаиләгә эләгеп бик яҡшы булған, был инструмент урманға ағас йыға барһаң да, утын бысһаң да, бура бураһаң да бик кәрәк. Бына бит гәзиткә яҙылып та, бысҡылы булып була, йәмәғәт! Киләсәктә һеҙ ҙә беҙҙең менән булһағыҙ, унан да еллерәк бүләктәр, бәлки, тап һеҙҙең өлөшкә төшөр. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Һүрәттә: «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе Фәрит Әхмәров еңеүсегә төп бүләкте тапшыра.
Читайте нас: