Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июль 2018, 12:35

Төп приз—баймаҡтарҙа

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән 2018 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ярайһы уҡ яҡшы тамамланыҡ, тиражыбыҙҙы элекке кимәлдә һаҡлап ҡалдыҡ. «Атайсал» төбәк гәзите үҙенең тоғро дуҫтары һәм бағыусылары менән көслө икәненә тағы бер инандыҡ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән 2018 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ярайһы уҡ яҡшы тамамланыҡ, тиражыбыҙҙы элекке кимәлдә һаҡлап ҡалдыҡ. «Атайсал» төбәк гәзите үҙенең тоғро дуҫтары һәм бағыусылары менән көслө икәненә тағы бер инандыҡ.
Алдан билдәләнгәнсә, 29 июндә мөхәрририәттә 2-се ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороу сараһы уҙғарылды. Лото уйында 600-ләп кешенең квитанциялар күсермәһен уйнаттыҡ. Сарала ҡалабыҙҙың билдәле эшҡыуары, «Атайсал» гәзитенең даими бағыусыһы, төп призды бүлеүсе Павел Сергеевич Замесин, коллективтың тоғро дуҫы, типография директоры Булат Кәшфулла улы Абдрафиҡов, Сибай мәғлүмәт үҙәгенең подписка бүлеге начальнигы Лилиә Әхәт ҡыҙы Ишбулатова, Сибай телевидениеһы һәм гәзитебеҙ хәбәрселәре ҡатнашты.
Кескәй ярҙамсыбыҙ Нурия лототронға һалынған квитанцияларҙы тартып сығарып торҙо.
Шулай итеп, төп приз—бензобысҡы Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һауынсы булып эшләүсе Гөлсәсәк Сәғитова өлөшөнә төштө. Эшҡыуар Альберт Зәйҙуллин һәм «Бөтә ғаилә өсөн Ишембай трикотажы» магазины (директоры—Инна Зәйҙуллина) бүлгән 1-әр мең һумлыҡ сертификаттарҙың береһе Йылайыр районы Сидоровка ауылынан М.М.Түләбаеваға эләкһә, икенсеһен Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Солтанов Рәмил отто.
Артабан бүләктәр түбәндәге тәртиптә отторолдо:
«Китаптар» магазинының (директоры—Х.Ә.Аҡмырҙин) 500 һумлыҡ сертификаты—Асҡарова Мәхмүзә (Баймаҡ районы Һәмән ауылы);
«Китаптар» магазинының тағы ла бер 500 һумлыҡ сертификаты—Мәүлетова Миләүшә (Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы);
Стена сәғәте—Раева Альмира (Баймаҡ районы Буранбай ауылы);
Стена сәғәте—Бикмәтова Рәсимә (Сибай ҡалаһы, Урман урамы, 59);
Автомобиль компрессоры—Минишева Зифа (Баймаҡ райо- ны Байыш ауылы);
Сәй сервизы—Аслаев Юлдыбай (Хәйбулла районы Сиҙәм ҡасабаһы);
Сәй сервизы—Сәғәҙәтова Айгөл (Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы);
Һут һауыттары йыйылмаһы—Уразбаева Гөлсинә (Баймаҡ ра-йоны 1-се Этҡол ауылы);
Сәйнүк—Х.М.Рафиҡов (Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы);
Салат һауыттары йыйылмаһы—Сафина Хәлимә (Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы);
Салат һауыттары йыйылмаһы—А.С.Баййегетова (Иҫке Сибай ауылы);
Бер пар сәй сынаяғы—Килдеғошов Зиннур (Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы);
Бер пар сәй сынаяғы—Буранбаев Марсель (Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы);
Бер пар сәй сынаяғы—Илембәтова Рәзиләгә (Сибай ҡалаһы, Дзержинский урамы, 53) эләкте. Бүләк отоусыларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ. Редакцияға килеп бүләктәрегеҙҙе алығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт алып килеүегеҙ һорала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Төбәгебеҙ тормошон яҡтыртыусы «Атайсал» гәзите менән бергә ҡалыуығыҙға ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалығыҙ!
Әткәндәй, 10 июлгә тиклем 2018 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыу буйынса 10 көнлөк үткәрелә. Декада барышында почтампт бүлексәләрендә «Атайсал»ға 20 процент ташлама менән яҙылырға була. Сибайҙар, Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 450 һумға яҙыла ала. Электрон вариантҡа яҙылыу—345 һум. Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ!
Альбина Таһирова.