Гәзиткә яҙылыусылар араһында шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар әҙерләгән СЕРТИФИКАТТАР уйнатыласаҡ. Сибай ҡалаһының Маяковский урамы, 27 адресы буйынса (2-се ҡат) һәм Баймаҡ ҡалаһының «Мегаполис» сауҙа үҙәгендә (105-се бутик) урынлашҡан «Бөтә ғаилә өсөн Ишембай трикотажы» магазиндары (директоры—Инна Зәйҙуллина) 1-әр мең һумлыҡ ике сертификат тапшырасаҡ. Тағы ла 500-әр һумлыҡ ике сертификатты Сибай ҡалаһының «Китаптар» (Маяковский урамы, 30) магазины (директоры—Хөрмәт Аҡмырҙин) әҙерләгән.