Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Ғинуар 2018, 16:29

УЛТЫРЫП УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ ДИВАНДА!

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы аҙағында «Атайсал» төбәк баҫмаһы гәзит уҡыусылар араһында лото-уйын ойоштороп, елле бүләктәр тарата. Бер нисә йыл рәттән төп приздар булып балаҫ, келәм уйнатылһа, һуңғы арала даими бағыусыбыҙ мебель етештереп, уларҙы «Таусы» магазинында һатыуға ҡуйыусы шәхси эшҡыуар Р.Хәсәнов төрлө йыһаздары менән ҡыуандыра. Был юлы ла ул диванын йәлләмәне! Төп приз Баймаҡта йәшәүсе Зөлфирә һәм Шафиҡ ҒFатауллиндарҙың өйөнөң түрен биҙәйәсәк. Өлөшлө ғаилә яңы йыл бүләгенә ифрат шат.

—«Атайсал» гәзитен хаҡлы ялға сыҡҡас намаҙ ваҡыттары өсөн алдыра башланым. Дини тормоштан тыш башҡа мәғлүмәте лә фәһемле булыуы оҡшаны. Мин уҡығас, ирем дә ҡыҙығып китте. Хәйҙәр Тапаҡов, Миләүшә Ҡаһарманова яҙған хикәйәләрҙе, мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ. Шулай итеп, гәзит тормошобоҙҙоң мөһим бер алыштырғыһыҙ өлөшөнә әйләнде лә ҡуйҙы,—ти Зөлфирә Ильяс ҡыҙы.—Лото-уйында икенсе йыл ҡатнаштым. Былтыр квитанцияны почта аша ебәргәйнем, быйыл юл төшкәндә уны редакцияға инеп тороп ҡалдырҙым. Хәйерле сәғәттә йөрөгәнмен, ахыры. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тиҙәр, бит.
Бер-береһенә пар килеп кенә торған Fатауллиндар Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Зөлфирә менән Шафиҡ икеһе лә Ниғәмәт ауылында тыуып үҫеп, ут күрше булып йәшәп, 1-се кластан бер парта артында ултырып үҫкән. Быйыл уларға 65-шәр йәш тулһа, шуның 42 йылын бергә-бергә үткәндәр. Ике ҡыҙҙарын буй еткереп, эйәле-башлы итеп, 2 ейән, 1 ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай булғандар. Зөлфирә Ильяс ҡыҙы ғүмере буйы Баймаҡ үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән. Ире иһә водитель һөнәренә тоғро ҡалған. Күп ҡатлы йортта йәшәүсе Fатауллиндар күптән түгел генә шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы алып, хужалыҡ блогы төҙөгән, баҡса йәйелдергән. Хужабикә ишек алдарын биҙәп сәскәләр үҫтерә, ҡош-ҡорт үрсетә. Ейәнсәрҙәре Камилланы балалар баҡсаһына йөртөтөү, әсәһе эштә саҡта ҡыҙсыҡты бағыу ҙа улар иңендә.
«Диван отоуығыҙ хаҡында һөйөнөслө хәбәрҙе кем еткерҙе?»—тигән һорауға Зөлфирә ханым:
— 2018 йылдың беренсе һанын почтаға һалыуҙарын нишләптер түҙемһеҙлек менән көттөм. Күңелем ниндәйҙер мөғжизә булырын һиҙҙе. Гәзитте уҡыһаҡ, беҙҙең адрес, фамилия яҙыулы тормаһынмы?! Ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Аллаһ Тәғәләнең өлөшлө генә бәндәһемендер тием. Бынан бер нисә йыл элек «Баймакский вестник» гәзите ойошторған ошондай сарала һыу иҫәпләү приборы отҡайныҡ. Был юлы бүләктең иң шәбе эләкте. Ирем менән ҡушарлап ултырып гәзит уҡырға урын булды! Рәхмәт «Атайсал» гәзите коллективына! Бағыусылары ла, гәзит уҡыусылары ла, гәзиттә эшләүселәр ҙә иҫән-һау, донъялар тыныс, илебеҙ имен булһын!