Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Октябрь 2017, 13:01

МӘКТӘП—АУЫЛ БИҘӘГЕ

Сираттағы гәзиткә яҙҙырыу кампанияһын беҙ Баймаҡ районының Төркмән урта мәктәбендә ойошторҙоҡ. Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән берҙәм коллектив уҡытыусылары күптән инде беҙҙең ышаныслы дуҫтарыбыҙға әүерелеп бөткән. Улар 2018 йылға «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылды.Белем усағы менән һәр ваҡыт бәйләнеш тотоп, уҡыусыларға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүсе ағинәйҙәр, «Төйәләҫ» фольклор ансамбле ағзалары (етәксеһе—Рафиҡ Әминев) шулай уҡ «Коллектив менән «Атайсал»ға!» акцияһына ҡушылды. Шулай итеп, был көндө бөтәһе 20 кеше яратҡан баҫмаһына яҙылып һөйөндө. Төркмәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт.

Сираттағы гәзиткә яҙҙырыу кампанияһын беҙ Баймаҡ районының Төркмән урта мәктәбендә ойошторҙоҡ. Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән берҙәм коллектив уҡытыусылары күптән инде беҙҙең ышаныслы дуҫтарыбыҙға әүерелеп бөткән. Улар 2018 йылға «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылды.
Белем усағы менән һәр ваҡыт бәйләнеш тотоп, уҡыусыларға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүсе ағинәйҙәр, «Төйәләҫ» фольклор ансамбле ағзалары (етәксеһе—Рафиҡ Әминев) шулай уҡ «Коллектив менән «Атайсал»ға!» акцияһына ҡушылды. Шулай итеп, был көндө бөтәһе 20 кеше яратҡан баҫмаһына яҙылып һөйөндө. Төркмәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. «Матбуғат көнө»н юғары кимәлдә ойоштороп, «Атайсал» гәзитенең тиражын арттырыуға булышлыҡ итеүсе мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһармановаға, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлназ Баймырҙинаға, китапханасы Дилә Ирғәлинаға, урындағы почта бүлексәһенең хат ташыусыһы Лилиә Кәримоваға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Гәзит уҡыусылар менән осрашыу сараһын үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән йәмләүсе 8-се класс ҡыҙҙарына, беҙгә моңло йырҙар бүләк итеүсе балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рәлиә Бүләкәноваға, «Төйәләҫ» фольклор ансамбле инәйҙәренә лә йылы рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Төркмән мәктәбен ҡарап сыҡҡандан һуң, беҙ был белем усағының заман һулышы менән йәшәүен тойҙоҡ. Был урта дөйөм биреү мәктәбенең 7 филиалы бар: Әхмәр 9 йыллыҡ, Басай 9 йыллыҡ, Иҫәнбәт башланғыс мәктәбе һәм дүрт ауылдың балалар баҡсалары. Төркмән мәктәбенән 6 уҡытыусы—Басай, 1-һе Әхмәр мәктәбенә йөрөп уҡыта. Был белем учреждениеларында бөтәһе 233 уҡыусы уҡый һәм 99 бала тәрбиәләнә.
Төркмән урта мәктәбендә 120 уҡыусы белем ала. Педагогик коллективта 17 уҡытыусы эшләй. Һуңғы йылдарҙа мәктәп ҙур үҙгәрештәр кисергән. 2015 йылда «Ҡулайлы мөхит» программаһы буйынса сенсор бүлмәһе, тренажер залы булдырылған. Фойеға ремонт яһалған, ишектәр алмаштырылған, эстә бәҙрәф эшләнгән. Быйыл йәйгеһен «Берҙәм Рәсәй» партияһы программаһы буйынса спортзалға капиталь ремонт яһалған. Уның түбәһе, иҙәндәре, ишектәре алмаштырылған, малайҙар һәм ҡыҙҙар бүлмәһе эшләнгән, стеналар тигеҙләнгән, йылылыҡ системаһы яңыртылған. Бөтәһе 861 мең һумлыҡ ремонт эштәре үткәрелгән. Төркмән мәктәбе етәкселеге ҙур күләмле эште ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы итеп башҡарғандары өсөн Сибай ҡалаһының «Универсал» йәмғиәте директоры Ишкилде Фазулла улы Fафаровҡа, төрлө яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға, мәктәптең эсен ремонтлауға көс һалған ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға оло рәхмәтле.
Уҡыусыларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү буйынса ла бында ҙур эш алып барыла. Мәктәп яны баҡсаһында кәбеҫтә, картуф, сөгөлдөр һәм кишер үҫтерәләр. Йәшелсә-емеш мәктәп ашханаһына оҙатыла. Балалар менән бергәләп ҡырға сығып әлморон емешен йыйыу ҙа бында матур йолаға әүерелгән. Хәҙер уҡыусылар көн һайын витамин сәйен эсеп кинәнә. Көҙгө йәрминкәгә уҡыусылар үҙҙәре бешергән бәлеш-күмәстәрен, бәйләгән селек, миндектәрен, ҡул эштәрен алып сығып һата. Эшләгән аҡсаға класҡа ҡағыҙ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыу ҙа ҙур файҙа килтерә.
Мәктәп администрацияһы төрлө сараларға бағыусылыҡ итеүсе эшҡыуарҙар Юлдаш Абдуллинға, Фәнис Яҡуповҡа, Гөлнур Fайсинаға, Хәлиҙә Әхмәтшинаға, Гөлнур Ямалетдиноваға, Гөлназ Мәҡсүтоваға, фермер Мөҙәрис Кәримовҡа, «АЗС-Регион» йәмғиәтенә (етәксеһе Иван Истягин) һәм Моҡас ауыл хакимиәтенә рәхмәт белдерә.
—Беҙҙең ҡыуаныслы ваҡиғаларыбыҙ бик күп. Быйыл 11-се класты тамамлаусы алтын миҙалсыбыҙ Ләйсән Сәйетова Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инде, үҙебеҙҙең элекке уҡыусыбыҙ ЛюцияҒFәфүр ҡыҙы Ҡоланбаева туған мәктәбенә ҡайтып, балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡтар бирә башланы. Уҡытыусыларҙың үҙ эштәренә ижади ҡарауы ла киләсәккә ышаныс бирә,—ти мәктәп директоры З.С.Ҡаһарманова.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: «Төйәләҫ» ансамбле ағинәйҙәре.
Читайте нас: