Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Октябрь 2017, 13:53

БЕРГӘ БУЛДЫҠ, БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ!

Сибай ҡалаһы мәктәптәре «Атайсал» гәзите иғлан иткән «Мин башҡортса уҡыйым!» акцияһына дәррәү ҡушылды. Башҡорт телен үҫтереү, йәш быуында уға ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм гәзитебеҙҙең абруйын арттырыу, йәштәрҙе гәзит-журналдар уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған сарала беренселәрҙән булып яҙылырға гимназия-интернат, «Ирәндек» лицейы, 8-се, 14-се мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар теләк белдерҙе. Беҙ уларға оло рәхмәтле! Белем усаҡтары директорҙары форсаттан файҙаланып, акция барышы тураһында бер кәлимә һүҙ әйтте, шулай уҡ Уҡытыусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙар ҙа еткерҙе.

Татьяна Евгеньевна Есипова, «Ирәндек» лицейы директоры:
—Башҡорт телендә уҡый белеүсе хөрмәтле коллегалар! Әйҙәгеҙ әле ҡалабыҙҙа сығып килеүсе берҙән-бер башҡорт гәзитенә күмәкләп яҙылайыҡ! Беҙҙең «Ирәндек» лицейынан 11 уҡытыусы гәзиткә яҙылды ла инде. Ҡалалағы хәл-ваҡиғаларҙы иң алда «Атайсал»дан уҡып белергә була. Бай йөкмәткеле мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр ҙә уҡырһығыҙ гәзит биттәренән.
«Атайсал» гәзитен уҡыусы барлыҡ коллегаларҙы Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән тәбрик итәм.
Алдағы көндәрҙә һеҙгә сәләмәтлек, көс һәм сабырлыҡ теләйем.