Шунда уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында Лото-уйын үткәреп, бүләктәр отторҙоҡ. Халыҡты гәзиткә яҙҙырыуға өндәгәндәре һәм үҙҙәре бик теләп «Матбуғат көнө»ндә ҡатнашҡандары өсөн Мәҙәниәт йорто директоры Лена Фуат ҡыҙы Ултраҡоваға, ауыл китапханаһы мөдире Гөлнур Зиннәт ҡыҙы Моталоваға, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Зилиә Дәүләтша ҡыҙы Исҡужинаға, «Әхирәттәр» клубы ағзаларына һәм ауыл активистарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан баҫмағыҙҙан айырылмағыҙ, мөхәрририәт менән хеҙмәттәшлек итегеҙ һәм беҙгә матур, эстәлекле хаттар яҙығыҙ. Октябрҙә «Матбуғат көнө»н Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында ойошторорға ниәтләйбеҙ. Программа буйынса гәзит уҡыусылар менән осрашыу, лото-уйын үткәреү ҡаралған. «Атайсал»ға яҙылған һәр кемгә бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә инде декабрь аҙағында гәзитебеҙҙе алдырыусылар араһында йылдағыса дөйөм лото-уйын уҙғарыла. Диван йә бер тоҡ он отҡоғоҙ килһә, «Атайсал»ға яҙылығыҙ!