Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Декабрь 2016, 22:39

Дәртле халыҡ йәшәй Яратта

«Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһында Баймаҡ районында йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ бик әүҙем ҡатнаша. Иҫәнбәт ауылында йөрөп ҡайтҡандан һуң күп тә үтмәне, Ярат ауылына юлландыҡ. Беҙҙе төп ойоштороусыбыҙ, мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды.

Мәктәп коллективы алдан уҡ, йәғни беҙ килгәнгә тиклем гәзитебеҙгә яҙылыуҙы башлап ебәргән ине. Акциябыҙҙан бер уҡытыусы ла ситтә ҡалманы.

Ярат урта дөйөм мәктәбендә 145 бала белем ала. Уҡытыусылар балаларға белем биреп кенә ҡалмай, һәр яҡлап талаттарын, һәләттәрен үҫтерергә тырыша. Бында төрлө түңәрәктәр эшләп килә. Һәр уҡыусы менән шәхсән рәүештә эшләргә тырышалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Бынан тыш, төрлө байрам саралары, осрашыуҙар үткәрелеп тора. Балалар ҙа һынатмай, район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиада, ярыш-конкурстарҙа уңышлы ғына сығыш яһай.

Шулай уҡ гәзитебеҙҙең акцияһына ағинәйҙәр һәм «Атайсал тип янған йөрәктәр» клубы аҡһаҡалдары дәррәү ҡушылды. Улар ауылдың абруйы һәм биҙәге. Төрлө мәҙәни, тәрбиәүи сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Ауылдың үткәнен онотмай, хәҙергеһе, киләсәге тип янып йәшәйҙәр. Мәктәптә аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә бер нисә проект алып барыла. «Аҡһаҡал һүҙе» исеме аҫтында осрашыуҙар үткәрелә. Бында ир-егеттәр балаларға өгөт-нәсихәттәр уҡый, тарих, йолалалар тураһында һүҙ алып бара. Шулай уҡ «Ағинәйҙә ҡунаҡта» тигән үҙенсәлекле эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусылар ағинәйҙәрҙең өйҙәренә барып төрлө кәсепкә өйрәнә. Мәҫәлән, кәзә ҡымыҙы етештереү, ылаш эшләү, буҙа ҡойоу, ҡаҙы тултырыу, ситән үреү кеүек онотола килгән эштәрҙе балаларға күрһәтеп, ошо шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә юл һалалар.

«Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Яратта ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Fәлимнур улы Йәнбирҙин инициативаһы менән музей асылған. Бында ағинәйҙәрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың өлөшө ҙур. Улар тарих, көнкүреш мөйөштәрен үҙ көстәре менән йыһазландыра. Әйткәндәй, ауылдың ололары йыр-моңға ла маһир. «Яратам һине тормош» район конкурсында Гран-при яулауҙары ла күпте һөйләй.

Осрашыу ваҡытында аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе Мөхтәр Фәиз улы Монасипов халыҡты әүҙем булырға, гәзит-журналдарҙы алдырырға саҡырҙы. Хатта Ҡөрьән-Кәримдә лә белем алыу, уҡыу тураһында айырым яҙылып китеүе тураһында һөйләп үтте.

Бында беҙҙең күптәнге дуҫтарыбыҙҙың булыуы ла ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Мөхтәрәмә Дусғәле ҡыҙы Мырҙабулатова «Атайсал» гәзитен беренсе һанынан алдыра, яратып уҡый. «Урал аръяғында телем, илем, милләтем тип яныусы берҙән-бер гәзит, шуға ла йыл да «Атайсал»ға яҙылам»,—ти ул. Был юлы үҙе генә яҙылып ҡалманы, шашка буйынса юғары уңыштарға өлгәшеүсе ейәнсәре Мәҙинәгә лә «Атайсал»ды бүләк итте.

Сара һуңында гәзиткә яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатылды. Шулай итеп, Ярат ауылында дуҫтарыбыҙ һаны тағы ла артты. «Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһына ҡушылып, был сараны ойоштороуға ярҙам итеүсе ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Fәлимнур улы Йәнбирҙинға һәм мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Һүрәттә: Ярат ауылының әүҙем ололары.

Читайте нас: