Мәктәптә бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Уҡыу процесы ла замана талаптарына яраҡлаштырылған. Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән төрлө түңәрәктәр эшләп килә. Спорт, бейеү, ҡул эштәре кеүектәренә айырыуса теләп йөрөйҙәр. Балаларҙы 5 уҡытыусы белем донъяһына әйҙәй.
Мәктәп янында мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө эшләп килә. Бында барыһы 12 бала йөрөй. Тәрбиәселәр Земфира Фуат ҡыҙы Яхина һәм Илүзә Хәкимйән ҡыҙы Кәримова үҙ эшен яратып башҡара.
— Мин «Атайсал» гәзитен 10 йыл тирәһе алдырам. Бай йөкмәткеле, уҡымлы булыуы менән оҡшай. Әҙәби битте түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Үҙебеҙҙең яҡташтарҙың ижадын, улар тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе генә уҡып ҡалмайбыҙ, башҡа райондарҙың да тормошо менән яҡындан танышып, хәбәрҙар булып торабыҙ. Быйыл бергә эшләгән коллегаларҙы ла әүҙем яҙылырға саҡырҙым. Шулай итеп, коллектив менән гәзитле булдыҡ,—ти Төркмән мәктәбенең Басай филиалын етәкләүсе Гөлйемеш Әҙеһәм ҡыҙы Әйүпова.