Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова етәкләгән берҙәм коллективта үҙ эшен яратҡан, күңел һалып башҡарған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар күп кенә Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән. Бында балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы дәрестәр, иртәлектәр, тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡорт йолаларына тоғро ҡалып «Һабантуй», «Ҡарға бутҡаһы», «Науруз» кеүек йола байрамдары ойошторола. Fөмүмән әйткәндә, бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының традициялары, йолалары, ижады, милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, уларҙың күңелендә сәнғәткә һөйөү тойғоһо уяталар.
Һабырҙар «Атайсал» гәзите аша күршеләрҙең яңылыҡтары, уңыштары, матур, арҙаҡлы кешеләре менән таныша. Халыҡсан, тормошсан баҫманы яратып уҡыйҙар, һәр һанын көтөп алалар. Гәзитебеҙгә йыл да яҙылғандары өсөн Һабыр ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһы коллективына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.