Ауылда бик татыу, берҙәм, рухлы халыҡ йәшәй. Быға гәзит журналистары үҙҙәре шаһит булды. Был көндө ишейҙәр бер ниндәй өгөтләүһеҙ дәррәү генә «Атайсал»ға яҙылды. Гәзит арзанлығы менән генә түгел, уҡымлы, йөкмәткеле булыуы менән халыҡта ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла «Коллектив менән «Атайсал»ға акцияһына улар ихлас ҡушылды һәм яҙылыусыларҙың һәммәһе лә, йәғни 35 кеше бүләкле булды.
Сара һуңында күмәкләшеп тә, айырым да иҫтәлеккә фотоға төштөк, үҙенә күрә бер тарихҡа инеп ҡалдыҡ. Аҙаҡ иһә сәй табынына йыйылдыҡ. Күңелле йырҙар йырлап, бейеп, яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ.
Әйтергә кәрәк: матбуғатҡа яҙылыуҙы гәзит хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре килеп ойошторһа, отошлораҡ та, минеңсә. Беренсенән, был—күңелле, иҫтәлекле осрашыу сараһы. Икенсенән, нәҡ ошондай сара мәлендә бик күптәр рухи аҙыҡтың мөһимлеген аңлай, башҡаларға эйәреп гәзитле-журналлы булырға ашыға.