Мәғлүмәт
22 Октября , 06:15

«Полиметалл» бүләк эшләне

Хәйбулла районының «Юл-төҙөлөш идаралығы» муниципаль автономиялы учреждениеһының техника паркы тулыланды. Был мөһим ҡаҙаныш «Полиметалл» компанияһының бағыусылыҡ ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Полиметалл» бүләк эшләне«Полиметалл» бүләк эшләне
«Полиметалл» бүләк эшләне

 

Предприятие заманса күп функциялы АНТ-1000 мини-тейәгесен алды. Яңы машинаның төп бурысы—ҙур габаритка эйә техника үтә алмаған тротуарҙарҙы һәм майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу. Юғары хәрәкәтсәнлеге һәм өҫтәмә йыһазландырылыуы (йыуҙырыу системаһы менән щеткалар) арҡаһында тейәгес урамдарҙы таҙартыу сифатын байтаҡҡа яҡшыртырға ярҙам итәсәк.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас