Мәғлүмәт
2 Октября , 09:35

Балсыҡтан көршәк эшләйҙәр

Хәйбулла районында  7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәргә түңәрәк асып, уларға балсыҡты әүәләп төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтәсәктәр. «Керамик кәмә» оҫтаханаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсының еңеүсеһе булараҡ эш башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балсыҡтан көршәк эшләйҙәрБалсыҡтан көршәк эшләйҙәр
Балсыҡтан көршәк эшләйҙәр

«Керамик кәмә» («Керамический ковчег») оҫтаханаһы

✅ «Керамик кәмә» гончар оҫтаханаһы проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсының еңеүсеһе булды. Был проект 2026 йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

☀ Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны Хәйбулла районының Балалар моделле китапханаһы тәҡдим итте. Проекттың төп партнеры — Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Хәйбулла район ойошмаһы. Хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ижади мөхит булдырыу һәм уларҙы гончар сәнғәте аша йәмғиәткә яраҡлаштырыу.

💥 Грант сиктәрендә октябрь аҙағына тиклем китапханала махсус оҫтахана йыһазландырыласаҡ. Бында барлығы 32 дәрес үткәреү ҡаралған: 18-е — йыл аҙағына тиклем, 14-е — 2027 йылдың мартына тиклем. Һәр этап һөҙөмтәһе буйынса күргәҙмәләр ойоштороласаҡ: йыл аҙағында уларҙы 100-ҙән ашыу, ә мартта 150-нән күберәк кеше ҡараясаҡ. Проекттың финалы итеп иһә эштәрҙе һатыу йәрминкәһе һәм ҙур ижади оҫталыҡ дәресе үткәреү планлаштырыла.

📎 «Беҙҙең башланғыс 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Гончар түңәрәге артында ултырып, балалар эске гармония табасаҡ, аралашыу даирәһен киңәйтәсәк һәм балсыҡ менән эшләү серҙәрен үҙләштерәсәк. Улар үҙ ҡулдары менән яһалған балсыҡ киҫәгенең матур һауытҡа йәки уйынсыҡҡа әйләнеүен күреп, ҙур изге эштең бер өлөшө буласаҡ», — тип билдәләне проект кураторы Сәниә Ғалина.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас