Участники
обсудят вопросы, связанные с обучением
языковых моделей, возможностями
использования в цифровых проектах
данных о языках и культуре республики.
Встреча пройдет с 15:00 до 17:00 в Геномном
центре Межвузовского студенческого
кампуса по адресу: Уфа, ул. Заки Валиди,
32/2Б. К участию приглашают студентов,
журналистов, госслужащих, писателей,
педагогов, общественников,
предпринимателей, членов комиссии по
языкам РБ и тех, кто интересуется
данной тематикой. За мероприятием
также можно будет следить в прямом
эфире во «ВКонтакте». Ссылки на
трансляцию: «ВКонтакте»
https://vkvideo.ru/live-27097047_456302395 и в Рутюбе
https://rutube.ru/video/4b05e6412be5d212b6d5fab5eef8cc9c/.
Организаторы: АНО по сохранению и
развитию башкирского языка, Уфимский
университет науки и технологий,
Министерство цифрового развития
Республики Башкортостан, телеканал
«БСТ» при поддержке Правительства
Республики Башкортостан. Айнур
Хайбуллин, проректор Уфимского
университета науки и технологий по
цифровой трансформации, расскажет о
правовых механизмах пополнения
башкирской ИИ-модели и выступит с темой
«Чистые данные — цифровой язык».
Сергей Степанов, начальник управления
цифровой трансформации региона
Министерства цифрового развития
Республики Башкортостан, разберет путь
от исходных материалов до готовых
языковых датасетов. Также в первой
части программы выступит Зульфия
Рахматуллина, генеральный директор ОАО
«Издательский дом «Республика
Башкортостан». Отдельный блок посвятят
тому, как можно использовать собранные
данные на сегодняшний день. Айгиз
Кунафин, общественный деятель и
разработчик, проведет мастер-класс «От
архива к живому применению: как
открытые данные о языке и культуре
Башкортостана превращать в
образовательные, медийные и цифровые
продукты сегодня». Видеомейкер Батыр
Галимов расскажет о создании контента
на башкирском языке. Также ожидается
выступление педагога образовательной
организации об использовании
искусственного интеллекта на уроках
башкирского языка и литературы. Речь
пойдет о вполне прикладных вещах: как
работать с архивными материалами,
превращать их в цифровые данные,
использовать их при создании
образовательных материалов,
медиаконтента и других продуктов.
Завершит программу обсуждение с
участием Урала Кильсенбаева, первого
заместителя Премьер-министра
Правительства Республики
Башкортостан, председателя Комиссии
при Правительстве Республики
Башкортостан по реализации Закона РБ
«О языках народов Республики
Башкортостан». Для работы языковых
моделей нужны большие массивы данных:
тексты, переводы, аудиозаписи речи,
материалы СМИ, образовательные и
культурные материалы. Чем больше
качественных данных на языке собрано и
подготовлено для машинной обработки,
тем больше возможностей для его
использования в современных
технологиях. «Сегодня для развития
языка важно не только сохранять уже
созданные тексты, книги, аудиозаписи и
другие материалы, но и готовить их к
использованию в цифровой среде.
Языковые модели обучаются на данных,
поэтому от того, какие тексты, записи
речи и другие материалы мы соберём и
насколько качественно их подготовим,
напрямую зависит какие возможности
получит язык в технологиях» —
прокомментировала Гульназ Юсупова,
директор АНО по сохранению и развитию
башкирского языка. Именно о том, как
собирать такие данные в Башкортостане
и что можно создавать на их основе,
участники поговорят 30 сентября. Для
очного участия необходима
предварительная регистрация.
Количество мест ограничено:
https://forms.yandex.ru/u/6aaccab295add5277e3f8992 ********* Өфөлә
Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен
технологияларында үҫеше тураһында
һөйләшеү үтә 30 сентябрҙә Өфөлә
«Башҡортостандың тел һәм мәҙәни
мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы
яһалма зиһен өлкәһендә ҡулланыу
мөмкинлектәре» тигән презентация
сессияһы үтә. Ҡатнашыусылар тел
моделдәрен өйрәтеү өсөн ниндәй
материалдар кәрәклеге һәм республика
телдәре һәм мәҙәниәте тураһындағы
мәғлүмәттәрҙе цифрлы проекттарҙа
нисек ҡулланып булыуы тураһында
һөйләшә. Осрашыу 15:00–17:00 сәғәттә Геном
үҙәгендә үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Заки
Вәлиди урамы, 32/2Б. Сараға студенттар,
журналистар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре,
яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт
эшмәкәрҙәре һәм эшҡыуарҙар саҡырыла.
Сара барышын «ВКонтакте» социаль
селтәрендә тура эфирҙа ла ҡарарға
мөмкин буласаҡ. Сараны Башҡорт телен
һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Өфө фән
һәм технологиялар университеты,
Башҡортостан Республикаһының Цифрлы
үҫеш министрлығы, «БСТ» телеканалы һәм
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ойоштора. Айнур Хәйбуллин, Өфө фән һәм
технологиялар университетының цифрлы
трансформация буйынса проректоры,
башҡорт теленең ЯИ моделен
тулыландырыуҙың хоҡуҡи механизмдары
тураһында һөйләйәсәк һәм «Таҙа
мәғлүмәт — цифрлы тел» темаһына сығыш
яһаясаҡ. Башҡортостан Республикаһының
Цифрлы үҫеш министрлығының төбәк
цифрлы трансформацияһы идаралығы
етәксеһе Сергей Степанов сығанаҡ
материалдарҙан әҙер тел датасеттарына
тиклемге юл тураһында һөйләйәсәк.
Программаның беренсе өлөшөндә шулай уҡ
Зөлфиә Рәхмәтуллина, «Республика
Башҡортостан» нәшриәт йортоноң
генераль директоры, сығыш яһаясаҡ.
Йыйылған мәғлүмәттәр менән нимә эшләп
була? Сессияның айырым өлөшө йыйылған
мәғлүмәттәрҙе ғәмәлдә ҡулланыуға
арнала. Йәмәғәт эшмәкәре һәм эшләүсе
белгес Айгиз Кунафин «Архивтан тере
ҡулланыуға: Башҡортостандың тел һәм
мәҙәниәте тураһында асыҡ
мәғлүмәттәрҙе бөгөн белем биреү, медиа
һәм цифрлы продукттарға нисек
әйләндерергә» тигән мастер-класс
үткәрәсәк. Видеомейкер Батыр Ғәлимов
башҡорт телендә контент булдырыу
тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ белем
биреү өлкәһе вәкиленең сығышы көтөлә.
Практик өлөштә архив материалдары
менән эшләү, уларҙы цифрлы мәғлүмәткә
әйләндереү, белем биреү материалдары,
медиаконтент һәм башҡа продукттар
әҙерләгәндә ҡулланыу мәсьәләләре
ҡараласаҡ. Программа Башҡортостан
Республикаһы Хөкүмәте
Премьер-министрының беренсе
урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы
Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдәре
тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу
буйынса комиссия рәйесе Урал
Килсенбаев ҡатнашлығындағы фекер
алышыу менән тамамланасаҡ. Тел
моделдәренең эшләүе өсөн күп күләмдә
мәғлүмәт кәрәк: текстар, тәржемәләр,
телмәр аудиояҙмалары, киң мәғлүмәт
саралары материалдары, белем биреү һәм
мәҙәниәт ресурстары. Тел буйынса
машиналар эшкәртеүенә әҙерләнгән
сифатлы мәғлүмәттәр күберәк булған
һайын, уны заманса технологияларҙа
ҡулланыу мөмкинлектәре лә киңәйә.
«Бөгөн телде үҫтереү өсөн булған
текстарҙы, китаптарҙы, аудиояҙмаларҙы
һәм башҡа материалдарҙы һаҡлау ғына
етмәй, уларҙы цифрлы мөхиттә
ҡулланыуға әҙерләү ҙә мөһим. Тел
моделдәре мәғлүмәттәр нигеҙендә
өйрәнә. Шуға күрә ниндәй текстар,
телмәр яҙмалары һәм башҡа материалдар
йыйылыуы, уларҙың нисек әҙерләнеүе
телдең заманса технологияларҙа ниндәй
мөмкинлектәргә эйә булыуына
туранан-тура йоғонто яһай, » — тине
Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова, Башҡорт
телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
директоры. 30 сентябрҙә ҡатнашыусылар
Башҡортостанда ошондай мәғлүмәттәрҙе
нисек йыйыу һәм улар нигеҙендә нимәләр
булдырыу мөмкинлеге тураһында
һөйләшәсәк. Сараның тура эфиры
«ВКонтакте» һәм Рутюб социаль
селтәрендә ойошторола:
https://vkvideo.ru/live-27097047_456302395,
https://rutube.ru/video/4b05e6412be5d212b6d5fab5eef8cc9c/. Сарала
ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү кәрәк.
Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән:
https://forms.yandex.ru/u/6aaccab295add5277e3f8992