

Күптәр кибет йомортҡаһы менән өй йомортҡаһы араһында айырма ҙур түгел тип уйлай.
Ысынында иһә, был бөтөнләй улай түгел. Хатта ябай күҙ менән ҡарағанда ла айырманы күрергә була. Мәҫәлән, өй тауығы йомортҡаһының һарыһы магазиндыҡына ҡарағанда күпкә ҡуйы, ҡыҙғылт-һары төҫтә. Ә кибет йомортҡаһы табаға һалғас та һыу кеүек йәйелеп китә.
Сәбәбе шунда: фабрика тауыҡтарын бик тар шарттарҙа, ситлектәрҙә тоталар. Уларҙың тормошо алдан билдәләнгән график буйынса бара, ашаған аҙыҡтары ла тик фермер биргән ҡатнаш аҙыҡ менән генә сикләнә. Өҫтәүенә, ул йомортҡалар беҙҙең өҫтәлгә килеп еткәнсе күпме ваҡыт үтә.
Ә өй тауыҡтары иркендә йөрөй, хәрәкәтсән, ашаған ризыҡтары ла төрлө, ҡояш нуры һәм саф һауа менән туҡланалар. Өй йомортҡаһы, ғәҙәттә, яңы килеш, хатта шул уҡ көндө үк ашалып бөтә.
Бынан тыш, ғалимдарҙың тикшереүҙәре лә өй йомортҡаһының файҙалыраҡ булыуын раҫлай. Унда кибет йомортҡаһына ҡарағанда Омега-3 май кислоталары һәм А витамины — ике тапҡырға, Е витамины — өс тапҡырға, бета-каротин — ете тапҡырға, ә D витамины дүрт тапҡырға күберәк.