АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
4 Сентября , 05:40

Бер ҡасан да эшләмәгәндәр ниндәй пенсия ала?

2026 йылда ир-егеттәр—69 йәштә, ә ҡатын-ҡыҙҙар 64 йәштә социаль пенсияға сыға ала.

 

Әгәр кеше ғүмере буйы рәсми рәүештә эшләмәгән һәм пенсия өсөн кәрәкле стажы булмаған осраҡта ҡартайғас түләү алыу мөмкинлеге бар. Бындай кешеләргә социаль пенсия тәғәйенләнә.

Страховка пенсияһын алыу өсөн 2026 йылда кәмендә 15 йыл хеҙмәт стажы һәм 30 пенсия коэффициенты булыуы шарт. Әгәр был талаптар үтәлмәһә, страховка пенсияһы урынына социаль пенсия түләнә.

Социаль пенсия ғәҙәти пенсия йәшенән биш йылға һуңыраҡ бирелә. Ағымдағы йылда ир-егеттәр 69 йәштә, ә ҡатын-ҡыҙҙар 64 йәштә бындай хоҡуҡҡа эйә. 2028 йылдан был йәш сиге ир-егеттәр өсөн—70, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 65 йәшкә тиклем артасаҡ.

2026 йылда социаль пенсияның төп күләме 9 424 һум тәшкил итә. Әгәр был сумма пенсионерҙың йәшәү минимумынан түбән булһа, уға социаль өҫтәмә түләнә. Федераль кимәлдә пенсионерҙың йәшәү минимумы – 16 288 һум. Төбәктәрҙә был күрһәткес юғарыраҡ булыуы ихтимал.

Әгәр кеше элек эшләгән, әммә пенсия өсөн стажы йәки балдары етмәй икән, ул рәсми рәүештә эшләп, уларҙы туплай ала. Шулай уҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа етмәгән стажды һәм пенсия коэффициенттарын һатып алыу мөмкинлеге лә бар.

Киләсәктә пенсия күләмен арттырыуҙың төп юлы – рәсми эшләү һәм «аҡ» эш хаҡы алыу. Бынан тыш, граждандар үҙ теләге менән аҡса туплай, шул иҫәптән Оҙайлы ваҡытлы тупланмалар программаһында (ПДС) ҡатнаша ала.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас