АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
1 Сентября , 12:50

Институт студенттарҙы ҡаршы алды

Институт студенттарҙы ҡаршы алдыИнститут студенттарҙы ҡаршы алды
Институт студенттарҙы ҡаршы алды

Сибай институтында Белем көнө айырыуса тантаналы үтте. Быйылғы уҡыу йылында институт ишеген 700-гә яҡын беренсе курс студенттары  асты.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, белем алыуға ынтылыш ҙур: 122 студент--көндөҙгө бюджет бүлегенә, 578-е коммерция нигеҙендә, ә 93-ө магистратураға уҡырға инде. Быйылғы йылдың «хиты» тип материалдарҙы художестволы эшкәртеү йүнәлешен әйтергә була — абитуриенттар араһында уға һорау бигерәк ҙур булды. Шулай уҡ тәбиғи-математика, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеттары ла үҙҙәренең лайыҡлы студенттарын ҡаршы алды. Ә инде педагогика факультеты — төбәгебеҙҙең мәктәптәре өсөн ышаныслы кадрҙар әҙерләү бүлеге булып ҡала.

Байрам дәүләт гимндары менән башланды. Тантананың иң тулҡынландырғыс мәле — «Белем уты»н ҡабыҙыу булды. Был хөрмәтле хоҡуҡ уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, педагогика факультеты студенты Илнария Сәйфуллинаға тапшырылды.

Институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов йәштәрҙе ҡотлап, уларҙы тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға түгел, ә институттың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Ҡунаҡтар араһында булған Сибай ҡала Советы рәйесе Владимир Николаевич Косарев һәм «Өфө газ бүлеү» компанияһы филиалы директоры Радик Рафаэль улы Хөсәйенов та йылы теләктәрен еткерҙе. Радик Рафаэль улының һүҙҙәре студенттар өсөн ҙур стимул булды: «Бөгөн беҙҙең компанияла ошо уҡыу йортон тамамлаған 44 белгес эшләй, тағы ла 7 егет-ҡыҙыбыҙ ситтән тороп белем ала. Һеҙҙе уҡып бөткәс, үҙебеҙҙең коллективта көтөп ҡалабыҙ!» — тине ул.

Байрамға йәм өҫтәп, «Ете ырыу» халыҡ бейеү ансамбле һәм Сибай филармонияһы артистары үҙҙәренең дәртле сығыштары менән барыһын да һоҡландырҙы.

Яңы уҡыу йылы барығыҙға ла уңыштар, асыштар һәм яҡты киләсәк алып килһен! Аҡ юл һеҙгә, студенттар!



Рәүилә Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте.

Институт студенттарҙы ҡаршы алды
Институт студенттарҙы ҡаршы алды
Институт студенттарҙы ҡаршы алды
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас