АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
25 Августа , 05:25

Тол ҡатын мутлашыусыларға аҡсаһын биргән

Сибайҙа йәшәүсе МХО яугиренең тол ҡатыны мутлашыусыларға аҡсаһын биргән

Сибайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тол ҡатынын мутлашыусылар алдап, 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын тартып алған

36 йәшлек ҡатынға үҙен Оборона министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул ғаиләгә баланың ялы өсөн аҡса түләнергә тейеш, тип ышандырған. Артабан һөйләшеүгә «Дәүләт хеҙмәттәре» һәм «Үҙәк банк» вәкилдәре ҡушылған.

Енәйәтселәр ҡатындың шәхси мәғлүмәттәре урланыуын һәм уның исеменән сит илгә аҡса күсерелеүен әйткән. Аҡсаны «һаҡлап ҡалыу» өсөн, уны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндергәндәр.

Һөҙөмтәлә ҡатын мутлашыусыларға 2,18 миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән. Аҙаҡтан алданыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән. Хәҙер был факт буйынса ҙур күләмдәге мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас