

Ҡалала үткән Инвестиция һабантуйы һәм Ҡала көнө сиктәрендә иҫтәлекле ваҡиғалар булып үтте. Шуларҙың береһе—Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ һәйкәл урыны билдәләнде. Унда нигеҙ ташы һалыу сараһы тантаналы уҙғарылды.
Был мөһим ваҡиғала ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация һәм битараф булмаған күп һанлы ҡала халҡы ҡатнашты.
—Беҙҙең өсөн айырыуса ғорурлыҡ — театрға генерал-майор Кусимовҡа арналған «Ҡанатлы генерал» спектакленән өҙөк күрһәтеү мөмкинлеге бирелде (режиссёры — Денис Нурғәлин). Артистарыбыҙ нигеҙ ташы янында сығыш яһап, тантанаға үҙҙәренең ижади рухын өҫтәне. Тыуған ил өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙҙың исеме мәңгелек. Был таш — ябай ғына һәйкәл нигеҙе түгел, ә үткән быуын батырлығы менән бөгөнгө көн һаҡсыларының ҡаһарманлығын тоташтырыусы күпер. Геройыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлап ҡалыуға һәм уны киләсәк быуынға еткереүгә өлөш индергәнебеҙгә сикһеҙ ғорурланабыҙ,—ти Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы.