Мәғлүмәт
13 Августа , 06:15

Мәмбәттә берҙәм һәм уңған халыҡ йәшәй

Баймаҡ районының Мәмбәт ауылы Аҡморон ауыл биләмәһенә ҡарай. Район үҙәгенән 13 километрҙа урынлашҡан, шунлыҡтан ауыл халҡының күбеһе Баймаҡ ҡалаһына йөрөп эшләй.Ауылда 35 хужалыҡ иҫәпләнә, яҡынса 100-гә яҡын кеше йәшәй. Иң олоһо булған Садиҡа Йәнтүринаға 88 йәш булһа, иң бәләкәй Риянаға йәш тә алты ай. Мәмбәттә йәштәр ауылда ҡала, яңы йорттар һала. Әле ҡырҙа йәшәгәндәр ҙә атай нигеҙен ташламай, тыуған ауылдарында йорт күтәрә. Халыҡтың берҙәм һәм татыу булыуы, егәрле һәм эшсәнлеге шунда уҡ күҙгә ташлана: йорттар күркәм, урамдар төҙөк һәм таҙа, һәр йорт алдында бер нисә еңел автомобиль, трактор һәм бесән тейәгес-йыйғыс урын алған. Эштең күп сағына, ҡыҙыу бесән мәленә тура килһәк тә һәр йортта беҙҙе әйҙүкләп ҡаршы алдылар үҙҙәре менән ихлас таныштырҙылар.Ауылда башланғыс мәктәп, клуб эшләй, урындағы халыҡ һәм ситтә йәшәгән ауылдаштары көсө менән иман йорто төҙөлгән.Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, ауылға 1816 йылда нигеҙ һалынған. Ярат яғынан Мәмбәт тигән кеше был яҡтарға килеп ултырған һәм уның исеме менән ауыл барлыҡҡа килгән. Халҡы элек тә, хәҙер ҙә малсылыҡ, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Мөхәмәтйәровтар, Мөрсәлимовтар, Ғәҙелшиндар һәм Фәйзуллиндар—ауылдың иң боронғо фамилияларын тәшкил итә, бөгөн дә уларҙың вариҫтары Мәмбәттә төпләнгән.Бөйөк Ватан һуғышына бәләкәй генә ауылдан 23 кеше китә, шуларҙың 12-һе яу яланында башын һала, 11-е тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан алты яугирҙең өсәүһе батырҙарса һәләк булған. Мәмбәттәр Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия полковнигы, бихисап наградалар кавалеры, Берлинды штурмлауҙа хәл иткес роль уйнаған һәм Гитлерҙың империя канцелярияһын алған башҡорт командиры Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров, биология фәндәре докторы, академик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Йәлил Һөйөндөков, отставкалағы подполковник, хәрби табип, яҙыусы Хәлил Һөйөндөков, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Фәүзиә Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Ғүмәрова һәм башҡалар менән сикһеҙ ғорурлана. Ауыл клубында барлыҡ тарихты, тотош ауылдың йылъяҙмаһын, халҡының йәшәйешен сағылдырған бик бай музей урынлашҡан.Ауыл уртаһында Йәноҙаҡ быуаһы бар, был бигерәк тә ҡош-ҡорт көтөү өсөн уңайлы. Көҙ көнө быуаның өҫтөн ҡаҙ, өйрәк ҡаплай, ти ауыл халҡы. Бында шулай уҡ тирә-яҡҡа даны таралған, айҙар буйы иҫкермәй һаҡлана торған үҙенсәлеге булған «Башҡоҙоҡ» тип аталған ҡоҙоҡ та бар. Әйткәндәй, ауыл халҡы яугирҙәргә был шифалы һыуҙы махсус шешәләргә тултырып ебәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ауылдың оҫта ҡуллы һөнәрмәндәренең береһе ул. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата, атаһынан күреп, үҙенсә юнып-һырлап, эшләргә өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, документтарын Өфө педагогия институтына тапшыра, әммә уҡыуын бөтөрмәй, хәрби хеҙмәткә алына.
1992 йылда ошо ауылға фельдшер булып эшкә килгән Гөлсинә Рафиҡ ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Бөгөн уларҙың ике ейән-ейәнсәре бар.
Ата-әсәһенең йорто ҡаршыһына күркәм йорт һалып сығалар. Йылдар үткәс, Мөхитдин Байғотлин атаһының йортон оҫтахана итеп йүнәтеп ала һәм урамға өр-яңынан ике ҡатлы йорт төҙөп ултырта. «Быныһы—улым Мөхәмәткә, ул Норильск ҡалаһында йәшәй, ҡасандыр тыуған ауылына ҡайтасаҡ, олатаһының нигеҙен ҡоротмай, ошонда төпләнер»,—ти әңгәмәсем.
Оҫта өйөнә барлыҡ мебелдәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләгән: матур һәм уңайлы стенка, өҫтәл һәм ултырғыстар һырлы-биҙәкле, матур һәм ныҡ булыуы менән айырылып тора. Һуңғы ваҡытта ауыл оҫтаһына һандыҡҡа заказ биреүселәр күбәйгән. Шулай уҡ көйәнтәләргә лә һорау ҙур. Ултырғыс, өҫтәлдәр яһатырға теләүселәргә «юҡ» тимәй ул. Ҡоҙоҡто биҙәп ултыртыу өсөн махсус бураға, матур эскәмйәләр, терраса өсөн уңайлы урындыҡ, тәҙрә өсөн рамдар, ҡапҡа-ҡоймаларға төрлө биҙәк эшләтергә теләүселәр күп. Ағасты һырлау, юнып биҙәк һалыу күп ваҡытты ала, сабырлыҡ та талап итә. Әммә яратҡан шөғөл ялҡытмай, киреһенсә, күңеленә тыныслыҡ бирә.
—Ағас-таҡталарҙы һатып алам, ҡарағай таҡтаһын киптереп, ул әҙер булғас ғына файҙаланам,—ти оҫта.—Таҡтаны кипмәйенсә ҡулланһаң, уның аҙаҡтан ярылыуы бар. Шуға күрә заказ биреүселәр булһа ла, эште ҡабаланып башҡарырға яратмайым. Ағас эшенә кәрәкле станоктарҙың барыһын да үҙем һатып алдым, биҙәктәрҙе уйлап үҙем һыҙам. Рәссам булыуым да был эшкә ярап ҡала.
Ҡатыны иренең был шөғөлөн аңлап ҡабул итә, ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Ни тиһәң дә, табышлы эш ғаилә өсөн дә отошло.
Әле Гөлсинә Рафиҡ ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып эшләй, 13 кешене ҡарай. Оло йәштәгеләрҙең энергия утына, интернетҡа килгән квитанцияларын түләй, иҙәндәрен йыуа, Баймаҡ ҡалаһына барып улар һораған дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын алып ҡайта.

 

 

Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә эштең бөтмәүен һәр кеше яҡшы беләлер. Иртә торғандарға Хоҙай бәхет өләшә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Сираттағы мәҡәлә геройҙарыбыҙ үҙҙәренең уңғанлығы менән донъя көткән, мал тотҡан, һыйырҙарының ағын эш итеп, унан ярайһы уҡ табыш алған Алһыу менән Фәтих Иҫәндәүләтовтар булыр.
Йорт хужабикәһенең ғәҙәти көндәлек эше таңғы сәғәт бишенсе яртыла башлана. Һәр көн ҡул менән алты һыйырҙы гөбөрләтеп һауып, яҡынса 50 литрҙан ашыуыраҡ һөт ала. Ҡатынының һауып бөткәнен көтөп, ире малдарҙы көтөүгә ҡыуа. Артабан Алһыу Мөхтәр ҡыҙының эше аласыҡта дауам итә. Яңы һауылған һөт ҡаҙанда йылытыла, сеператорҙа өйрөлтөлә һәм тәмле генә ҡаймаҡ алына. Шул арала айыртылған һөт ҡатыҡ эшләү өсөн ҡайнатылып, биҙрәләргә бушатыла. Яртыһы эремсек өсөн айырым ҡояш төшкән урынға сығарып ултыртыла. Иртәнге алтыла яғылған усаҡҡа бер-ике ҡоро ағас өҫтәлеп, сепаратор йыуыу өсөн һыу йылытыла. Ул арала иртәнән бирле ҡаңғылдашып торған ҡош-ҡортҡа ем һалына, һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуып ҡайтҡан йорт хужаһы ҡаҙҙарҙы быуаға төшөрә. Ире ҡайтҡанса иртәнге аш әҙерләп, өҫтәл түренә яңы айыртылған ҡаймаҡ ҡуйыла, ярты эште башҡарып, буйтым арып Иҫәндәүләтовтар саҡ иртәнге сәйгә ултыра.
Бына шулай көн һайын ауыл кешеһенең тормошо дауам итә. Был бары тик таңдан алып иртәнге туғыҙҙарға тиклемге генә эш, ә ҡалған эштәрен үҙегеҙ уйлағыҙ ҙа, үҙегеҙ фараз итегеҙ..
Ысынлап та, иртә таңдан тороп, кисен һуң ятмаһаң, барыһына өлгөрөп булмайҙыр ҙа. Иртән торһаң ит бешә тигәндәй, таң һарыһынан эш һөйгәндәр генә үҙ маҡсаттарына ирешеүсән, алдына алғандарын тормошҡа ашырыусан .
—Малсылыҡ—беҙҙең шөғөл генә түгел, эшебеҙ ҙә тип әйтер инем,–тип һүҙ башланы Алһыу Мөхтәр ҡыҙы.—Көн һайын эшкә барған кеүек торабыҙ, төнгө берҙәрҙә арып, талып йығылабыҙ. Был бигерәк тә йәйге айҙарҙа. Һәүкәштәрҙән башҡа, һарыҡ-кәзә, йылҡылар бар. Күпләп ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ, бройлерҙарҙы һуйып та өлгөрҙөк, ҡаҙ-өйрәктәрҙе көҙ йолҡоп алабыҙ. Ҡорбанға һарыҡтарҙы һатып ебәрәбеҙ, һуғымға ит һораусылар күп. Ҡул ҡаушарып тик ултырһаң, барҙы аш итмәй, берәү ҙә һиңә килтереп тоттороп ҡуймай. Мәҫәлән, май айы майының бер килоһы 1300 һум торһа, әле 1200 һумдан һатабыҙ. Ҡороттоң бер башы 150 һум, ҡаймаҡтың ярты литры 400 һум. Бына үҙегеҙ яҡынса иҫәпләп сығарығыҙ: көнөнә күпме аҡса эшләргә була. Клиенттарым Сибай, Баймаҡ ҡалаһынан, үҙҙәре килеп йәки заказ биреп алып китәләр. Бер айҙа ғына 60-70 мең эшләргә була, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк.
Иҫәндәүләтовтарҙың өс ҡыҙы, дүрт ейән-ейәнсәре бар. Ҡыҙҙарына ла бар яҡлап ярҙам итәләр, өсөһө лә ипотека түләй, ти улар. Шулай уҡ баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, түтәлдәрендә йәшелсәләре тәгәрәп ята, ҡышҡылыҡҡа көн һайын ҡыяр, помидор тоҙлана, салаттар ябыла, ҡайнатмалар әҙерләнә.
Йорт хужаһы Фәтих Ҡыуандыҡ улы беҙ барғанда урамда ат тырмаһын рәтләй ине, көндәр аяҙ торғанда сабылған бесәнде өйөп ҡуйырға кәрәк тип белдерҙе.

 

Фәриҙә Мөрсәлимова—ошо ауыл ҡыҙы һәм килене. Ауылдың тарихын яҡшы белгән, уның яҙмышы өсөн борсолған кешеләрҙең береһе ул. Хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыуы булған ханым ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Ауыл хужалығы техникумын тамамлаған Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы артабан белемен Өфө ауыл хужалығы институтында дауам итә. «Баймаҡ» совхозында зоотехниктан башлап төрлө вазифаларҙа эшләй. 2012 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәмбәт ауылы тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. «Һаумыһығыҙ,
ауылдаштар!» байрамында ауыл тари-
хы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғләүмәттәр менән сығыш яһағас, күптәр уға китап туплау кәрәклеге тураһында фекер әйтә. Әле ағинәй был эшкә етди тотонорға уйлай һәм киләсәктә Мәмбәт ауылы тарихы, арҙаҡлы кешеләре, йәшәйеше тураһында китап сығарыу теләге менән яна.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Фәриҙә Мөрсәләимова төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған, шулай ҙа уның «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе оҙаҡ йылдар дауамында эшләгән хеҙмәтенә иң оло баһа.
Рәсимә Һағынбаева—мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар эшләгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе. Ишмырҙа ауылы ҡыҙы 1972 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға бара. Хеҙмәт юлын Күлйортау ауылында башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был ауыл юҡ. Артабан эшкә Мәмбәт башланғыс мәктәбенә ебәрелә. Был ваҡытта мәктәптә фронтовик-уҡытыусы Яҡуп Нәби улы уҡыта. Йәш уҡытыусыны
ауыл халҡы бик яратып ҡабул итә. Буласаҡ тормош иптәше Фәнил Яҡуп улын киске уйындарҙың береһендә осрата һәм йәштәр күп тә үтмәй ғаилә ҡора. Өс балаға ғүмер бирәләр, әле ете ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй ул.
2013 йылға тиклем Мәмбәт башланғыс мәктәбендә уҡыусыларға белем бирә, тәжрибәле уҡытыусыға бер нисә быуынды уҡытырға тура килә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, һәр саҡ белем эстәгән, уҡыусылар уҡытҡан ветеран-уҡытыусы үҙ-үҙенә урын таба алмай. 2022 йылда тормош иптәше вафат була, балалары ла күптән башлы-күҙле булған, һәр береһенең үҙ донъяһы бар. 2023 йылда Рәсимә Мостафа ҡыҙы дин юлына килә, онлайн дәрескә яҙыла. Дүртөйлө ҡалаһынан хажиә Нурия Мәҡсүтованың дәрестәрен һәр саҡ көтөп ала, ғәрәп телен өйрәнә, Ҡөрьән-Кәрим, дини китаптар уҡый. Бөгөн иһә теләгән кешеләргә дини һабаҡ бирә.
Мәҙинә Ҡоҙабаеваны ауылдаштары Мәмбәт ауылы өсөн янып йөрөгән әүҙем йәмәғәтсе булараҡ яҡшы белә. Сығышы менән ошо ауылдан булған Мәҙинә Хәләф ҡыҙының тормошо үҙе бер китап яҙырлыҡ. Йәш сағында йәй һайын олаталары янына Үзбәкстандан ҡайтҡан Риф исемле егет менән таныша. Риф Хәсән улының ата-әсәһе лә Мәмбәттән, тик йәштән алыҫ Үзбәкстанда йәшәй. Йәштәр араһындағы дуҫлыҡ аҡрынлап оло һөйөүгә әйләнеп, улар ғаилә ҡора.
Килен булараҡ, Мәмбәт ҡыҙы ла ире артынан ҡояшлы Үзбәкстанға юллана. Әммә сит ер, ят мөхит, түҙеп торғоһоҙ эҫелек урманлы-таулы, хозур ерҙә тыуып-үҫкән ҡыҙҙың күңеленә хуш килмәй. Ете йыл йәшәгәндән һуң улар Мәмбәткә ҡайтып төпләнә. Ике улдары һәм ике ҡыҙҙары ауылды тиҙ арала үҙ итә, яңы дуҫтар таба, ошонда белем ала.
Урамдан уҡ иркен һәм яҡты йорттан ҡыҙҙарҙың сыр-сыу көлөшкән тауыштарын ишетеп, ҡунаҡ бармы икән тип барып инһәк, ейәнсәрҙәрен Мәҙинә Хәләф ҡыҙы гөж килеп нәмәлер эшләргә өйрәтә ине.
—Ситтә йәшәп ҡарағанғамы икән, тыуған ауылымдың яҙмышы өсөн ныҡ борсолам. Үҙегеҙ күргәнһегеҙҙер, ниндәй матур урында урынлашҡан минең Мәмбәтем. Үҙе бер мөғжизә бит! Шуға нисек ауыл өсөн йөрәгең янмаһын да, күңелең борсолмаһын. Ана, күмәкләшеп ниндәй матур иман йортон төҙөп ултырттыҡ. Һәр йорттан тиерлек аҡса йыйып, ситтә йәшәгәндәрҙең ярҙамы менән башҡарылып сыҡҡан оло хеҙмәт бит ул. Кисә ейәнсәрҙәрем менән мәсетте йыуып, ҡорғандарын үтекләп, элеп ҡуйҙыҡ. Төҙөкләндереү өмәләре булһынмы, башҡа эштәр үтһенме—барыһы өсөн дә халыҡты әйҙәп алып сығам. Быйыл урамдарҙы үләндән таҙартып өлгөрөп булмай, ямғырҙар йыш яуғас, үлән шәп. Кемдер ихата алдын үҙе белеп сабып, таҙартып ҡуйһа, икенселәренә әйтеү кәрәк. Һиңә аҡса түләйҙәрме әллә тип шаяртып та ҡуялар, әммә береһе лә ҡаршы һүҙ әйтмәй. Ауыл берҙәм беҙҙә, татыу халыҡ,—ти Мәҙинә Ҡоҙабаева.

 

Проблемаларға килгәндә, Мәмбәт ауылы халҡын әле булһа «зәңгәр ут» килмәүе ныҡ борсой. Яҡындан газ торбалары үтә, тик ауылға һуҙырға ашыҡмайҙар, хужалыҡ һаны аҙ тигән еңел яуап табылған. Утын алыуы, уны әҙерләүе бөгөн еңел түгел, хаҡы ла ай-һай юғары. Район етәкселәре мәмбәттәрҙең аһ-зарына бер аҙ ҡолаҡ һалыр һәм киләсәктә Баймаҡ ҡалаһынан ни бары 13 саҡрымда ятҡан ауылға, гөрләтеп донъя көткән, атай нигеҙҙәрен ташламай, яңы йорттар күтәргән халыҡты ҡыуандырып, газ торбалары һуҙылыр тигән теләктә ҡалайыҡ.

 

Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас