+19 °С
Облачно


Ураз Нурмөхәмәт улы әйтеүенсә, ошо көндәрҙә генә ауыл халҡы ике тапҡыр өмәгә сыҡҡан. Эштәр башланып ҡына тора, шуға күрә ул ауылдаштарын, яҡташтарҙы әүҙемерек булырға саҡыра.
-Хөрмәтле ир-егеттәр! Үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, өмәгә дәррәү сығыуығыҙ һорала. Күмәкләгән--яу ҡайтарған. Күптәрҙең яҡындары, туғандары ошо зыяратта ерләнгән, шуға күрә дөйөм эштән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам. Сауап алайыҡ! Башланған эшебеҙҙе еренә еткереп тамамлап ҡуйыу зарур. Үҙегеҙ менән кәрәкле инструменттар (бигерәк тә шөрөп борғос) алып сығыуығыҙ бурыс,--тип моҡастарҙы изге эшкә өндәне Ураз Шәрипов.