АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
9 Июля , 06:05

Тырыштар йүнен таба

Замана ауырлығына һылтанып, ҡулын һелтәп ҡуймаған, киреһенсә, тирә-яҡтан йәм, йәшәүҙән тәм тапҡан, үҙ эшен асып, кешеләргә яҡшылыҡ өләшергә тырышҡан ауыл йүнселдәренең күп булыуы һөйөндөрә. Шундай эшһөйәр һәм тырыш ғаиләләрҙең береһе Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тырыштар йүнен табаТырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба

Шәһиҙә менән Нияз Игебаевтарҙы Хәйбулла районында ғына түгел, күрше Йылайыр һәм Баймаҡ яҡтарында ла ҡош-ҡорт үрсеткән, яҙҙан алып август айына тиклем бройлер, ҡаҙ, өйрәк, күркә, индоутка себештәре һатҡан эшҡыуарҙар булараҡ яҡшы беләләр. Беҙ барғанда йорт хужаһы Нияз Яңыбай улы себештәр өсөн махсус емде иләктән үткәреп ултырһа, ҡатыны Шәһиҙә Йәнтүрә ҡыҙы махсус эшләнгән ҡош-ҡорт ояһында һары матурҡайҙарҙы ашатыу менән мәж килә ине. Уларға ҡыҙҙары Сажиҙә менән Нурзилә лә ярҙам итергә ҡайтҡан. Сажиҙә Игебаеваны күптәр моңло йырсы булараҡ та беләлер.
Махсус ҡоролмалар менән йыһазландырып, себештәр өсөн эшләнгән яҡты, йылы, кескәй йортҡа килеп кереү менән бәпкәләрҙең сыр-сыу килеп сипылдашҡаны ишетелә, уларҙың «йыры»на хужабикәнең наҙлы итеп яратып өндәшеүе ҡушыла. Бәпкәләрҙең аҫтарына ҡоро булһын өсөн махсус ем һибелгән, улар өсөн тәғәйенләнгән һыу һауыттары урын алған, һәр бер ситлек (бройлер, ҡаҙ, күркә, өйрәк себештәре айырым ултыра) янында яҡтылыҡ өсөн махсус лампочкалар ҡуйылған.
Игебаевтар ҡошсолоҡ менән 20 йылға яҡын шөғөлләнә. Барыһы ла ғаиләнең Өфө районының Авдон ауылында йәшәгән ваҡытында башланған. Улар-ҙың икеһе лә оҙаҡ йылдар Авдондағы «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында эш-ләй, шуға күрә был тәңгәлдә тәжрибәләре етерлек.
2007 йылда Игебаевтар Атингән ауылына күсеп ҡайта. Сығыштары менән икеһе лә Ғәлиәхмәт ауылынан булһалар ҙа, Аҡъярға яҡыныраҡ, юл яҡшы тигән уйҙан сығып, Атингәндә үҙ эштәрен асырға тәүәккәллек итәләр. Әйткәндәй, Нияз менән Шәһиҙә Игебаевтар күршеләр: мөхәббәттәрен дә, бәхеттәрен дә ситтән эҙләп йөрөмәгән, ҡапҡа аша ғына бер-береһен тапҡан.
—Өфө яғынан күсеп ҡайтҡас, тәүҙә Ғәлиәхмәт, Йәнтеш ауылдарында магазин астыҡ, әммә юл насар, алыҫ та. Ауыл халҡы күберәк яҙҙырып ала, аҙаҡ уны йыйып алаһың. Уйланыҡ та элекке эшебеҙҙе дауам итергә булдыҡ. Мин Екатеринбург ҡалаһында махсус уҡып ҡайттым. Бер көнлөк себештәрҙе алып ҡайтабыҙ ҙа үҙебеҙҙә уны аҙыраҡ үҫтереп һатабыҙ. Клиенттарҙың теләктәре бу-
йынса эш итәбеҙ, кемгәлер бер тәүлектәге бәпкәләр кәрәк, икенселәренә бер аҙналыҡ һәм башҡалар. Авдондағы ҡошсолоҡ фабрикаһы менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иттек, әле Ырымбур өлкәһе, Күгәрсен районының Тәүәкән, Әбйәлил районының Дәүләт ауылында инкубатор тотҡан эшҡыуарҙар менән эшләйбеҙ. Улар үҙҙәре беҙгә бер көнлөк бәпкәләрҙе алып килә. Эшебеҙ март айынан башлана август аҙағына тиклем дауам итә. Августа халыҡ өйрәктәрҙе күпләп ала. Аҙаҡ бер ай тирәһе себештәрҙең өйөн ныҡлап таҙартып, аҡлап, дезинфекция үткәреп, киләһе миҙгелгә әҙерләп ҡуябыҙ,—ти Шаһиҙә Йәнтүрә ҡыҙы.
Игебаевтар ҡайһы айҙа ниндәй бәпкәгә һорау ҙур булыуын да белеп бөткән. Март, апрель айында халыҡ эркелешеп бройлер себештәрен һораһа, май-июндә ҡаҙ, күркә бәпкәләренә һорау ҙур. Ә инде июль, августа өйрәк, индоутка алыусыларҙың һаны арта. Йүнселдәр бәпкәләрҙе махсус урындарға урынлаштырыу менән уларға дарыуҙар эсерә, витаминлы ем ашата. Себеш алырға килеүселәргә ошонда уҡ витаминлы ем, махсус эсерә торған дарыуҙар ҙа тәҡдим ителә. Бер миҙгелдә генә 20 меңдән ашыу бәпкәләр һатыла. Кәсеп табышлы, әммә ауыр. Сөнки һәр себеште ҡарау, уны тәрбиәләү өсөн ваҡыт та, көс тә ныҡ талап ителә.
Шәһиҙә Игебаева әйте-үенсә, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән йылдарында бер бәпкәнең дә үлем осрағы теркәлмәгән, барыһы ла иҫән-һау була ти. Әлбиттә, бында хужабикәнең уларҙы балалар кеүек яратып бағыуы ла, үҙ эшенә йөрәк йылыһын биреүе лә ярҙам итмәй ҡалмайҙыр. Һәр иртән һайын һары йомроҡастары менән һөйләшеп алыуы, уларҙы үткән-сүткәндә яра-
тып һыйпап китеүе лә хужабикәнең ни тиклем үҙ эшен яратып башҡарыуы тураһында һөйләй.
Атингән йүнселдәренә ҡайҙалыр сығып, себеш һатырға ла кәрәкмәй, теләгән һәр кем уларҙың йортона килеп һатып ала. Хаҡлы ялда булһалар ҙа яратҡан шөғөлдәрен да-уам иткән, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән, унан ярайһы уҡ ҙур табыш алған Шәһиҙә менән Нияз Игебавтар күптәргә өлгө.

 


Кәримә Усманова.

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба
Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас