

Сибайҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы үтте. Һәйкәл Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлеге бинаһы алдындағы аллеяла ҡуйылды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Александр Валерьевич Воронежский, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Ришат Рәшит улы Баймырҙин, бүлектең ветерандар Советы рәйесе, отставкалағы милиция капитаны Леонид Александрович Захаренков, шулай уҡ бүлек етәкселеге һәм шәхси состав, ветерандар, һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары, 7-се мәктәп кадеттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Александр Валерьевич Воронежский йыйылыусылар алдында сығыш яһағанда бурыс һәм намыҫ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең төп ҡиммәттәре булып ҡала, улар көн һайын закон һәм граждандарҙың именлеге һағында тора тип билдәләне.
Ул һәләк булған коллегаларының хәтерен мәңгеләштереүҙең, уларҙың өлгөһөндә йәш хеҙмәткәрҙәрҙе һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Тантана
һуңында мемориалға сәскәләр һалынды. Ҡатнашыусылар милиция майоры Илсур Ишҡыуатовты, милицияның өлкән лейтенанты Фәнил Ишбаевты, милиция старшинаһы Вәкил Солтанғужинды, милиция старшинаһы Руслан Абдрахмановты һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләп иҫкә алды.
Резеда Усманова.